Уткикрек менән Һорлан

Сәрүәр СУРИНА.

ҠАТНАШАЛАР:
Уткикрек — Әтәс.
Һорлан — Маъмай.
Аппаҡ — Аҡ тауыҡ.
Ҡараҡай — Ҡара тауыҡ.
Хәйләс — Төлкө.

Мөсәл – Сысҡан, Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, Аждаһа, Йылан, Йылҡы, Ҡуй, Маймыл, Әтәс, Эт, Сусҡа (хайуандар исеме менән аталып йөрөтөлгән ун ике йыл иҫәбен – мөсәлде сағылдыр­ған балалар төркөмө, күләгәләр, ҡурсаҡтар, һүрәттәр, ишара-пантомима һәм башҡалар күмәк сәхнәлә.)

I күренеш

Музыка. Тымыҡ ҡына ҡышҡы көн, йондоҙҙай ҡар күҙе төшөп тора. Ишек алдында Уткикректең бик ҡупшы кетәклеге, ыҡсым ғына маъмай ояһы.
Яңы йыл кәйефендә мөсәл теҙелеп үтә.
Мөсәл. Беҙ-беҙ – ун ике, йыл иҫәбе – беҙҙеке! Ун ике йыл – бер мөсәл! Борондан килгән мәҫәл! Йылдарҙың бар исеме, исемендә – есеме. Мөсәл белһәң, оторһоң, аҫыл ҡошто тоторһоң! (Мөсәл юғала.)
Музыка үҙгәрә. Эт өрә. Хәйләс-Төлкө сабып инә. Ҡайҙа барырға белмәй, ишек алды уртаһында ыуаланып тора, кетәклеккә ынтыла ла, ниҙер уйлап, туҡтала. Эт өргән тауыш яҡыная. Төлкө эт ояһына инеп боҫа. Ахылдап Һорлан сабып инә, туп-тура кетәклеккә ташлана. Унан борҡолдап Аппаҡ менән Ҡараҡай осоп сыға, улар артынса Һорлан менән Уткикрек күренә.
Аппаҡ. Ҡо-ҡо-ҡотто алды!
Ҡараҡай. Ҡуй, ҡуйсы ошо Һорланды!
Аппаҡ. Ҡы-ҡы-ҡылыҡһыҙ маъмай.
Һорлан. Һуң-һуң, мин төлкөнө ҡыуҙым. Кәртә артлап шыуышып килә ине бында табан!
Уткикрек. Минең кетәккә төлкө аяҡ баҫҡаны юҡ.
Һорлан. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк — ул минән өркә.
Аппаҡ. Уткикректән дә ҡурҡа!
Ҡараҡай. Ҡурҡа, ҡурҡа!
Уткикрек. Күп һүҙ — юҡ һүҙ. Йылым үтеп бара, матур уҙһын.
Һорлан. Әтәс йылынан һуң минең йыл килә! Эт йылы килә!
Уткикрек. Яңы йыл ҡасан етерен мин генә беләм. Әҙерләнәм! Көт! Әйтермен! Эт йылы килә! (Уткикрек серле хәрәкәттәр яһай. Хәйләс эт ояһынан башын сығарып ҡарай.)
Аппаҡ. Уткикрек саҡырмайынса, Яңы йыл башланмай! Ул әйтмәһә, Эт йылы булмаҫ та әле!
Һорлан. Нисек? Ярамай!
Ҡараҡай. Бар, эшеңдә бул, йортто һаҡла.
Аппаҡ. Уткикрек – Яңы йыл һөрәнсеһе. Бөтәһен дә ул ғына саҡыра.
Һорлан. Һаҡ булығыҙ, төлкө яҡын! Туҡта, төлкө еҫе! Уткикрек, һаҡ булығыҙ!
Уткикрек. Ниндәй төлкө?
Һорлан. Һу-һу, ошо тирәлә урала. Ҡарап киләйем.
Ҡараҡай. Бар! Бар! Беҙҙе ҡурҡытып тик йөрөй ошо маъмай!
Уткикрек. Оҙаҡлама, Һорлан, Яңы йыл етеп килә!
Һорлан. Хәҙер! (Сыға.)

II күренеш

Уткикрек. Йыл тамамлана. Бик эшлекле йыл булды түгелме?
Аппаҡ. Атаҡ, аптыратып бөттөң. Яңыраҡ ҡына һөйләтеп алдың бит.
Ҡараҡай. Бик шәп йыл!
Уткикрек. Нимәләр оҡшаны?
Ҡараҡай. Күп-күп яҡшы хәлдәр булды! Әтәс йылын оҙатҡанда барыһы ла һиңә ҡараясаҡ.
Уткикрек. Сеү! Ул Әтәс йылы тип атала. Дөрөҫ әйтергә кәр-рәк!
Аппаҡ. Нәҡ шулай. Беҙҙең йыл! Халыҡ беҙгә ҡараясаҡ!
Уткикрек. Парад буласаҡ! Репетиция кәрәк! Әйҙә, самалап ҡарайыҡ.
Ҡараҡай. Репетиция! Башланыҡ.
Уткикрек. Ҡанаттар!
Ҡараҡай. Шап-шап!
Уткикрек. Үксәләр!
Аппаҡ. Шаҡ-шаҡ!
Уткикрек. Кикрек!
Ҡараҡай. Үрә ҡат!
Уткикрек. Мөсәл! Мөсәл! Теҙел! Парад! Башлайбыҙ! Шулай, нисек?
Ҡараҡай. Иҫ киткес шәп! Күңелле. Репетиция!
Уткикрек. Йә, парад башлана! Иң башта Сысҡан йылы! Сысҡан, мөсәлде башла! (Аппаҡ сысҡан булып йыбырлап үтә.) Ки-ки-ри-күк! Шунан Һыйыр йылы! (Ҡараҡай һыйыр булып мөңрәп үтә.) Һо, Һыйыр йылы һәйбәт килә. Хәҙер Барыҫ йылы! (Аппаҡ барыҫ булып бор­ғоланып үтә.) Ки-ки-ри-күк, Барыҫ йылы барын сәс, һис булмаһа, тары сәс! Артабан Ҡуян йылы! Эй, Ҡуян йылы – ҡоро йыл! (Ҡараҡай ҡуян булып һикерәңләп үтә.) Ки-ки-ри-күк! Мөсәл, мөсәл – ун ике йыл, һәммәһе лә яҡшы кил! Мөсәл, мөсәл – ун ике, иң яҡшыһы – минеке!
Ҡараҡай. Иң яҡшыһы – беҙҙеке – Әтәс йылы, Тауыҡ йылы! Маҡтанмайбыҙ, маҡтанырға урыны булғанда ла!
Аппаҡ. Ҡуй! Былай ҙа маҡтансыҡ әтәс, тиҙәр.
Ҡараҡай. Бәй, маҡтанмай нисек түҙһен? Ун ике йыл! Барыһын саҡыра, һис яңылышмай.
Уткикрек. Яңылышырға ярамай. Мөсәл тәртибен бер кем дә боҙа алмай. Әле репетицияла бөтәһе лә булманы.
Аппаҡ. Ат йылы ла бар, мин беләм.
Уткикрек. Ат түгел, Йылҡы йылы, тиергә кәрәк. Дауам итәйек! Репетиция!
Һорлан (сабып инә). Эй, төлкө еҫе бар, тим бит! Әйҙәгеҙ, эҙләйек!
Ҡараҡай. Беҙҙең эшебеҙ бар. Репетиция!
Аппаҡ. Был Һорлан – йөрөгән бер ғауға!
Һорлан. Төлкө яҡында! Эләктерәм, кәрәген бирәм!
Уткикрек. Ярай, улайһа! Репетицияны туҡтаттыҡ. Һарай башына менеп үҙем ҡарайым төлкөнө.
Ҡараҡай. Әйҙә, табып бирәйек шуға. Әйҙә, Аппаҡ, мыштырҙама! Ябырылһаҡ төлкөгә, ҡалдырырбыҙ көлкөгә!
Уткикрек. Йә, ҡыуайыҡ бергәләп! Һорлан, эшеңде онотма. Алға!
Һорлан өрә, әтәс менән тауыҡтар уның артынан эйәреп сығып китә.

III күренеш

Эт ояһынан Хәйләс сыға.
Хәйләс. Бына һиңә, мә! Мин бер ни белмәй ҡарурманда йәшәп ятам, ә былар ниндәйҙер мөсәл һөйләй. Имеш, Сысҡан йылы, Ҡуян йылы, Эт йылы, Әтәс йылы, Һыйыр йылы… Фу! Ғәрлек. Сысҡан йылы… Ҡайҙа Төлкө йылы? Был әтәс миңә ярҙам итмәһә, бик үкенер!
Аппаҡ күренә, Хәйләс йәшенә.
Аппаҡ. Үҙегеҙ эҙләгеҙ төлкөнө, бик кәрәкһә. Мин бейеүемде ҡабатлайым. Музыка! (Үҙенә-үҙе көйләп тыпырҙап бейеп китә.)
Тағы килде матур саҡ —
Тиҙҙән яңы йыл тыуа,
Күктән йондоҙҙар яуа,
Минең кеүек аҡ. Ап-аҡ! Мин дә Аппаҡ.
Йондоҙ яуа —
Бик тәмле,
Йондоҙ яуа —
Бик йәмле!
Ҡыт-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ!
Бөтә донъя аҡ. Ап-аҡ! Мин дә Аппаҡ!
Аппаҡ әйләнеп бейегәндә Хәйләс уны күҙәтеп тора, тоғон сығарып, уның юлын ҡамай.
Хәйләс.
Ҡыт-ҡытаҡ, ҡыт-ҡытаҡ,
Ниндәй уңай, йәтеш саҡ!
Йондоҙҙар ҙа аҡтан аҡ,
Ҡаурыйҙар ҙа аҡтан аҡ!
Йондоҙ түгел,
Ҡаурыйҙар
Яуһын миңә,
Ҡыт-ҡытаҡ!
Аппаҡайым,
Мин — хәҙер!
Һинең өсөн
Тоҡ әҙер!
(Аппаҡтың башына тоҡ ҡаплай.)
Уткикрек менән Ҡараҡай күренә, төлкө Аппаҡ менән тоҡто алып йәшенә.
Уткикрек. Аппаҡ, Аппаҡҡай! Һин ҡайҙа?
Ҡараҡай. Ҡасҡалаҡ ул Аппаҡ. Үҙем юғал­һам, мине лә шулай эҙләрһеңме?
Уткикрек. Эҙләрмен дә, табырмын да! Ҡарурманға ҡасһаң да, табырмын, Ҡараҡайым.
Ҡараҡай. Һин иң матур әтәс, Уткикрек!
Уткикрек. Иң батыр!
Ҡараҡай. Һиңә бөтәһе лә һоҡлана.
Уткикрек. Туҡтале, Һорлан һаман юҡмы? Эт йылы башланырға саҡ ҡына ҡалды, ә ул төлкө ҡыуа, бошмаҫ маъмай. Ҡайҙа Аппаҡ? Аппаҡ! Репетиция!
Ҡараҡай. Ҡы-ҡы-ҡылансыҡланып ҡотороп йөрөй. Төлкө ҡайғыһымы бында? Репетиция!
Уткикрек. Хәҙер табам мин уны! (Сыға.)
Ҡараҡай.
Ҡо-ҡо-ҡо, Ҡа-ҡа-ҡа!
Мин бит иркә Ҡараҡай,
Мин бит матур, ҡупшыҡай,
Әтәс мине ярата,
Минең өсөн йән ата,
Ҡыҙыл яҡут — тарағым,
Суҡлы-суҡлы ҡойроғом,
Алҡаларым йым итә,
Тәпәйҙәрем тып итә.
Төлкө йәшенгән еренән сыға ла икенсе тоғон алып, уны ҡамай.
Хәйләс.
Ҡа-ҡа, ҡа-ҡа,
Ҡараҡай!
Кем һуң һине
Яратмай?
Бер күрергә һине зар!
Был донъяла төлкө бар!
Ҡараҡайым, килһәңсе,
Күңелемде күрһәңсе!
Ҡа-ҡа, ҡа-ҡа,
Ҡараҡай!
Туҡта, туҡта —
Ин тоҡҡа!
(Ҡараҡайҙың башына тоҡ ҡаплай.)
Хәйләс. Бына, исмаһам, һунар! Ай, афарин, Хәйләс! Кәперәйгән Әтәстең кикреге һәлпәйеп төшөр инде! Яңы йылды ул саҡыра, имеш. Эт йылы башлана, тиме? Уф, хәсрәттәр! Мин һеҙҙе тегеләй!
Уткикрек инә.

IV күренеш

Уткикрек. Төлкө?
Хәйләс. Килдем әле. Эш бар…
Уткикрек. Һорлан, Һорлан! Ҡайҙа ул?!
Хәйләс. Төлкө һунарында, хи-хи. Бында ҡара! Яҡын килмә, юғиһә… (Үсекләп таҡмаҡлай-таҡмаҡлай тоҡтарҙы асып, тауыҡтарҙың баштарын күрһәтә.)
Йөрөйһөң гел маҡтанып,
Яңы исемдәр тағып,
Ни эшләрһең, тоҡтағы
Әхирәтеңде танып?
Уткикрек. Ах, Аппаҡҡай!
Аппаҡ. Ҡотҡар мине, Уткикрек! (Төлкө уны тоҡҡа кире тыға.)
Хәйләс.
Беҙҙең әтәс шәп булған —
Донъяға хужа булған.
Ҡараҡайын юғалтҡан,
Уныһы миңә ҡапҡан!
(Икенсе тоғон асып, Ҡараҡайҙы күрһәтә лә кире йәшерә.)
Ҡараҡай. Ай, Уткикрек, харап булдым!
Уткикрек. Юҡ, юҡ! (Төлкөгә осоп ҡуна, алышалар.)
Хәйләс (әтәсте бөрөп һала). Мин һинең аллы-гөллө йөндәреңде туҙҙырып та китермен. Әтәс йылы, тип тормам.
Уткикрек. Ебәр, ебәр!
Хәйләс. Бер шартым бар.
Уткикрек. Шарт? Һин? Миңә? Шарт ҡуйырға?
Хәйләс. Тәүҙә тыңла, ҡупырыҡ әтәс!
Әтәс йылы,
Эт йылы,
Ҡуян йылы,
Ат йылы!
Тағы әллә кем йылы…
Ә ҡайҙа Төлкө йылы?
Ниңә юҡ Төлкө йылы?
Мин кемдән кәм, әйт әле?
Мин дә януар бит әле! Ә?!
Яңы йыл ҡасан килә?
Уткикрек. Ниңә ул һиңә? Белмәйем.
Хәйләс. Белмәмешкә һалышма! Шартым шул: һин бит аҡыллы әтәс. Шул хәтле аҡыллыһың, шуға күрә Яңы йыл башланыуын тәүҙә миңә, Хәйләскә әйтерһең. Юғиһә, Аппаҡ менән Ҡараҡай муйыны – шырт!
Уткикрек. Ҡағылма!
Хәйләс. Йә минеңсә эшләйһең, йә – хуш! Һайла! Яңы йыл ҡасан башлана?
Һорландың өргән тауышы ишетелә.
Уткикрек. Әйтмәйем!
Хәйләс. Ярай, минең янға үҙең килерһең.
Уткикрек. Ҡайҙа?
Хәйләс. Урманға! Маъмайҙы эйәртһәң, үҙеңә үпкәлә! Тауыҡтарың көтә! (Ике тоҡто йөкмәп сыға.)
Уткикрек. Ах, хурлыҡ, хурлыҡ!
Һорлан инә.

V күренеш

Һорлан. Фу-фу, төлкө еҫе. Әле генә бында булған… Тағы ысҡындырҙым. Уткикрек, ҡарәле, бөтәһе лә миңә яңы йылда уңыш теләй, ҡотлай. Эт йылы яҡшы булһын ине, тиҙәр! Шулай буласаҡ! Иҫәнлек-тыныслыҡ кәрәк, эйеме, Уткикрек? Ни булды, нишләп өндәшмәйһең? Уй, әллә Яңы йыл башландымы, мин һуңланыммы? Ни булды һуң, Уткикрек?
Уткикрек. Барыһы ла бөттө.
Һорлан. Нимә?
Уткикрек. Мин һиңә яңы йыл сәғәте ҡасан һуҡҡанын әйтә алмайым.
Һорлан. Аңламайым.
Уткикрек. Мин төлкө янына киттем!
Һорлан. Төлкө янына?
Уткикрек. Тиҙҙән яңы йыл… Һин йөрөмә! Ярамай! (Сыға.)
Һорлан. Төлкө янына?! Ә ниңә йөрөмә? Һин нәмә, көләһеңме әллә? Һинең эшең – көн башлау, минең эш – йорт һаҡлау! Оноттоңмо әллә, Уткикрек!
Абалап әтәс артынан ташлана.

VI күренеш

Ҡарурман. Хәйләс ике тоҡто һөйрәкләп инә.
Хәйләс. Эһ-һей! Ҡарурман! Меңйәшәр ҡарурман! Уян йоҡоңдан, тетрән, әҙерлән. Тарихта яңы осор асыла. Өр-яңы йыл башлана. Төлкө йылы!
Аптырарһың, ҡарурман, бөтә бөйөк хәлдәр иҫ киткес ябай, ғәжәп ябай хәл ителә. Аҡыл­һыҙ әтәс ике тауыҡ башы өсөн миңә яңы йыл башын тоттора. Бөйөк Хәйләс! Донъяға тыу­ған һәм тыуасаҡ төлкөләр миңә дан йырлаясаҡ!
Ә беҙ, төлкөләр,
Ҡалмабыҙ көлкөгә.
Хәйлә — ул аҡыл
Һәм өр-яңы йыл!
Төлкө йылы башланһын,
Тиҙерәк атһын таң!
Эй, Хәйләс-Төлкө,
Дан һиңә, дан, дан!
(Ҡупшылана, биҙәнә-төҙәнә йырлай.)
Ниңә оҙаҡлай теге әтәс? Төлкө йылын иғ­лан итергә бында бер кем дә ҡамасауламаҫ. Ә маъмай? Юҡ, уны эйәртеп килергә әтәстең йөрәге етмәйәсәк.
Уткикрек инә.

VII күренеш

Хәйләс. Әһә, килдеңме?
Уткикрек. Ҡайҙа Аппаҡ? Ҡараҡай?
Аппаҡ (тоҡ эсенән). Уткик-рек!
Ҡараҡай. Ҡот-ҡотҡар! Ҡот-ҡот…
Уткикрек. Тауыҡтарҙы сығар!
Хәйләс. Төлкө йылында улар иң азат, ирекле йән эйәләре буласаҡ!
Уткикрек. Төлкө йылы?
Хәйләс. Эйе, һин иғлан итерһең! Төлкө йылы, тиерһең!
Уткикрек. Киләһе йыл — Эт йылы!
Хәйләс. Эттең ни хаҡы бар йылға хужа булырға?
Уткикрек. Ул – тоғро дуҫ, ғәҙел!
Хәйләс. Маҡта әйҙә, маҡта! Мин Аппаҡ менән Ҡараҡайҙың баштарын өҙөп бирәйем — этеңә күстәнәс итеп алып ҡайтырһың.
Уткикрек. Туҡта! (Төлкөгә ташлана. Алыш.)
Хәйләс. Батыр булып ҡыланыу һиңә килешә, әтәс, ә миңә был ҡылығың бөтөнләй оҡшамай.
Уткикрек. Нишләргә? Ваҡыт етеп килә! Тауыҡтарҙы ебәр. Мине алып ҡал.
Хәйләс. Тамсы ла аҡылың юҡ. Эт йылы өсөн үҙеңде — Уткикрек исеме алған бөйөк әтәсте, береһенән-береһе матур Аппаҡ менән Ҡараҡайҙы һәләк итәһең. Тауыҡбаш һин, әтәс!
Уткикрек. Тауыҡбаш, тиһеңме? Яҡшы. Тауыҡтарҙы сығар! Яңы йылды беҙ бергә ҡаршыларға тейешбеҙ.
Хәйләс. Мә, сыҡты тауыҡтарың! (Хәйләс тауыҡтарҙы сығара.) Төлкө йылы башлана, Төлкө йылы! Йә, әйт, иғлан ит, тиҙ бул!
Уткикрек. Тауыҡтар! Теҙелегеҙ!
Хәйләс. Йә! Ике тауыҡ башы өсөн бер яңы йыл! Миңә лә йыл кәрәк! Ҡысҡыр! Иғлан ит!
Аппаҡ. Уткикрек, яңы йыл!
Ҡараҡай. Уткикрек, беҙ әҙер, парад!
Хәйләс. Ниндәй парад? Ҡарурманда парад рөхсәт итмәйем!
Уткикрек. Тәртип шулай. Тәүҙә парад! Әҙерлән! Ҡаршыла! Ки-ки-ри-күк! Яңы йылда мөсәл парады!
Хәйләс.  Мин ҡаршы. Кәрәкмәй мөсәл! Төлкө йылы, тип әйт!
Уткикрек. Мөсәл! Теҙел! Парад! Мөсәл башы – Сысҡан! Унан Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, шунан Аждаһа, Йылан, Йылҡы, шунан Ҡуй, Маймыл, Әтәс, Эт, Сусҡа! Күренегеҙ төлкөгә, ҡалһын әйҙә көлкөгә!

VIII күренеш

Ҡарурман шаулай. Бер-бер артлы ун ике йыл – мөсәл күренә.
Мөсәл. Беҙ-беҙ – ун ике, йыл иҫәбе – беҙҙеке! Ун ике йыл – бер мөсәл! Борондан килгән мәҫәл!
Уткикрек. Аждаһа, Йылан, Йылҡы, Барыҫ!
Аппаҡ. Ҡотҡарығыҙ! (Мөсәл араһына ташланалар.)
Мөсәл Хәйләс менән Уткикректе уратып-ҡамап ала.
Мөсәл. Эйәһе бар һәр йылдың, Суҡмары бар һәр йылдың, Суҡмарымды алырмын, Яттың башын ярырмын.
Уткикрек. Мөсәл ни әйтә, шулай була! Мөсәл һаны – ун ике. Ун ике!
Хәйләс. Береһе – минеке! Төлкө йылы! Бирегеҙ!
Уткикрек. Мөсәл – ун ике йылда, ун ике зат шул юлда.
Мөсәл. Сысҡан! Унан Һыйыр, Барыҫ, Ҡуян, шунан Аждаһа, Йылан, Йылҡы, шунан Ҡуй, Маймыл, шунан Әтәс, Эт, Сусҡа! Имен булһын юлығыҙ! (Мөсәл әйләнә.)
Мөсәл.
Бик борондан, йыһандан
Килә ошо тәртип-заң!
Наҙан башың ҡатырма,
Яңы йылды таптырма!
Хәйләс. Таптырам! Талап итәм. Туҡтағыҙ! Яңы мөсәл башлайым! Тарих яңынан башлана. Хөрмәтле мөсәл! Әфәнделәр! Йәнлек-януарҙар! Кем минең арттан?! Яңы мөсәл йәшәһен!
Уткикрек. Революция! (Аждаһа менән Барыҫ Хәйләсте тотоп, бөрөп ергә һала.)
Хәйләс. Кәрәкмәй! Юғалығыҙ! Теймәгеҙ миңә! Уткикрек, тый әле бынауҙарыңды!
Уткикрек. Иғтибар! Яңы йыл башлана! (Эт өргән тауыш ишетелә.)
Аппаҡ. Килә! Яңы йыл килә!
Ҡараҡай. Хәйерле сәғәттә!
Хәйләс. Яңы йыл Эт булып өрә? Өрмәһен! Кире китһен! Өрмәгән Яңы йыл кәрәк.
Уткикрек. Булмай! Ваҡытты кире бороп булмай! Эй, Эт йылы! Ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк, ки-ки-ри-күк!
Һорлан сабып инә.

IX күренеш

Һорлан. Уау! Ишетәм, рәхмәт, Уткикрек!
Хәйләс (Һорланды күреп). Һин Яңы йыл? Һинме? Сәсрәп китегеҙ! Мин һине алышҡа саҡырам!
Һорлан. Кем байрамға һыймай? Иҫән саҡта тай! (Төлкөгә ташлана.) Һау! Һау!
Хәйләс. Шаярттым! Шаяртырға ярай! Яңы йыл менән!
Уткикрек. Шулай тип ҡотол.
Хәйләс. Ҡотолдоң… Ҡотолдом. Ҡот-ҡотлайым!
Уткикрек. Юҡ, тыныс башланһын, тыныс үтһен яңы йыл. Төлкө, байрамда ҡунаҡ бул. Эт йылы башланды, тоғролар, егәрлеләр, ғәҙелдәр йылы! Музыка! Эт йылы, тип этләшмәгеҙ, тешләшмәгеҙ, һүҙләшмәгеҙ! Эт йылында эш башҡарығыҙ, тәмле ашағыҙ, дуҫ йәшәгеҙ!
Хәйләс. Мин байрам итәм! Мөсәл! Минең арттан!
(Музыка, күмәк бейеү.)

X күренеш

Аппаҡ. Уткикрек, һин — иң батыр әтәс!
Ҡараҡай. Ҡотҡарҙы, ҡотҡарҙы!
Уткикрек. Ҡот, ҡот, ҡот…
Һорлан. Ҡотоң остомо?
Уткикрек. Ҡотлайым!
Аппаҡ (бейей). Һай, Яңы йыл, ҡыт-ҡытаҡ,
Мажаралы, ҡыҙыҡ саҡ!
Ҡараҡай. Һай, Яңы йыл, ҡо-ҡо-ҡо!
Харап булмайыҡ юҡ-ҡа!
Уткикрек. Ки-ки-ри-күк, гөрләшеп йәшәрбеҙ Яңы йылда!
Һорлан. Именлек тә ғәҙеллек юлдаш бул­һын быйыл да!
Мөсәлдәге йәнлектәр бейей. Әтәс менән Эт уртала. Яңы йыл вальсы.
Мөсәл.
Һау-һау, килде Эт йылы!
Аҡ булһын уның юлы.
Теләйбеҙ һеҙгә һаулыҡ,
Туғанлыҡ, тоғро дуҫлыҡ!
Эт йылы, тип өркмәгеҙ,
Этләнербеҙ, тимәгеҙ.
Тирләп-бешеп эшләгеҙ ҙә
Тәмләп-тәмләп тешләгеҙ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code