Урын етмәгәндәргә – пособие

Рәсәйҙә балалар баҡсаларында урын табылмағандарға пособие түләнә. Дәүләт Думаһында ошоға бәйле закон проекты ҡаралды. Уға ярашлы, балалар баҡсаһына сиратта тороусыларға 3 мең һум биреләсәк. Аҡсаны балаға ете йәш тулғансы түләргә тәҡдим ителә. Илдә һуңғы ваҡытта балалар баҡсаһына сират мәсьә­ләһе эҙмә-эҙлекле хәл ителә башланы. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә һаман да урындар етмәй. Бала ҡарау өсөн түләү ҙур түгел, ата-әсәләр тиҙерәк эшкә сығырға теләй. Шуға балалар баҡсаһында урын етмәгәндә, уны пособие менән алмаштырырға тәҡдим ителде.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code