Урыҫ әҙәбиәтенән дә телдән һынау көтөлә

БДИ тапшырыуҙы ҡатмарлаштырып бер булалар. Инде хәҙер урыҫ әҙәбиәтенән телдән һынау индермәкселәр. Уны тапшырыу рәүеше, ваҡыттары хаҡында уйланыла, бәхәстәр бара.
Ә әлеге уҡыу йылында урыҫ теленән телдән һынау буласаҡ. Туғыҙынсыларға уҡытыусы менән әңгәмә ҡороп, үҙенең уй-фекерен аныҡ итеп әйтә, һөйләй белеүен күрһәтергә кәрәк. Әңгәмәләшеүҙе уңышлы үткәндәр генә йомғаҡлау аттестацияһын бирергә рөхсәт ала.

– Беҙҙең балалар бик насар һөйләшә һәм белгәндәрен дә еткерә алмай ыҙалана. Беренсенән, был бик аҙ уҡыуҙан, икенсенән, уҡыу функцияһын юғалтыу проблемаһынан, өсөнсөнән, күп ваҡыттарын интернет селтәрҙәрендә үткәреүҙән килә, – ти мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code