Урман байрамы

Тәбиғәткә ҡарата һөйөүҙе балаларҙа бәләкәйҙән төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы саралар аша һеңдерергә мөмкин. Яңыраҡ Межгорье ҡалаһының 1-се балалар баҡсаһында урта төркөмдә шөғөлләнгән бәләкәстәр менән матур осрашыу үтте. Көньяҡ Урал ҡурсаулығынан килгән экология бүлеге белгестәре Гөлназ Бәхтийәрова менән Гөлназ Руслановалар балаларға ошо ҡурсаулыҡ биләмәһендә үҫкән ағас­тар, үҫентеләр тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Тубырсыҡ, ағас ботаҡтары, япраҡтар кеүек күргәҙмә материалдар ҙа килтергәйнеләр. Улар аша һаҡлауға һәм яҡлауға мохтаж булған тере йән эйәләрен күрергә өйрәттеләр.

Бәләкәстәр үҙҙәре лә буш ҡалманы: тәбиғәт, ҡайындар тураһында йырланылар, шиғыр һөйләнеләр, мәҡәл, әйтемдәр әйттеләр, йомаҡ ҡойҙолар.
Төрлө мәғлүмәт алыр һәм балалар­ҙың һәләтен асыр өсөн дә ошондай сараларҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәктер, моғайын, тип ҡайттыҡ кескәй дуҫтарыбыҙ янынан.

Марат БӘХТИЙӘРОВ, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.
Белорет районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code