Урман һаҡсылары

Республикабыҙҙың ҡайһы бер мәктәптәрендә йәш урмансылар түңәрәктәре уңышлы ғына эшләп килә. Әбйәлил районының Асҡарҙағы 1-се мәктәбендә «Йәшел урман» 2000 йылда асыла. Уның тәүге етәксеһе Әнисә Муса ҡыҙы Яхина була. 2010 йылда ул хаҡлы ялға сыҡҡас, эште география уҡытыусыһы Мәүлиҙә Камил ҡыҙы Мәхийәнова дауам итә.

Түңәрәккә 30-лап уҡыу­сы ҙур теләк менән йөрөй. Бәләкәй синыфтарҙан уҡ яҙылып, тәжрибә тупла­ғандары үҙҙәре үк мәктәп кимәлендә тәбиғәтте һаҡлауға ҡағылышлы төрлө акциялар, саралар ойоштора. Улар үткәргән тағараҡ, сыйырсыҡ оялары яһау конкурстарында башланғыс синыф балалары бигерәк тә әүҙем ҡатнаша. Тыуған яҡта үҫкән ағастар­ҙы һәм үләндәрҙе белеү, япрағы йәки орлоғо буйынса үҫемлекте таныу ке­үек викториналарҙы бөтәһе лә көтөп ала. Бындай бәйгеләрҙе ойоштороу өсөн, әлбиттә, үҙеңә лә ошо йүнәлештә тәрән белемле булырға кәрәк. «Йәшел урман»да шөғөлләнеүселәр маҡтауға лайыҡ. Һуңғы йылдарҙа республика буйынса ярыштарҙа еңеүсе булып, 2015 йылда хатта Рәсәй кимәлендә лә Баш­ҡортостан исеменән сы­ғыш яһап, республикабыҙ­ҙы I урынға сығарҙылар бит!
– Салауат Кәримов, Марат Зайцев, Илүзә Мәхийәнова, Ансар Мөлөков эҙләнеү эштәре менән дә шөғөлләнә. Һәр береһе айырым бер йүнәлештә үҙен һынай. Марат урманды бөжәктәрҙән һаҡлау темаһы буйынса эшләне, олимпиадала ҡатнашып, приз­лы урын да алды. Әле Баш­ҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инде. Илүзә тупраҡты өйрәнеү буйынса проекты менән I урынға сыҡҡайны. Ә Салауат, таксаторыбыҙ, физиканы төплө белеүсе булараҡ, приборҙар менән оҫта эш итә, ағастарҙың бейеклеген, йыуанлығын үлсәргә ярата, – ти Мәүлиҙә Камил ҡыҙы. – Йәш урмансыларҙың республика съездарын көтөп алалар. Унда профессорҙар, юғары уҡыу йорто уҡытыусылары алдында һынау тотоу, улар менән фән телендә аралашыу бик оҡшай беҙҙең уҡыусылар­ға. Ныҡ әҙерләнәбеҙ, әлбиттә. Шуға ла фәнни терминдарҙы ла яҡшы беләләр. Салауатҡа йәй көнө Рәсәйҙең «Орлёнок» балалар үҙәгендә иң шәп йәш урмансылар өсөн ойошторолған сменала ял итеү бәхете тейҙе.
Асҡарҙың йәш тәбиғәт һөйөүселәре Әбйәлил урман хужалығы менән берлектә бик күп эштәр баш­ҡара. Үҙҙәренең инженер-кураторы ла бар. Урман хужалығына ағас ултыртыуҙа, тирә-яҡты йәшелләндереүҙә ярҙам итәләр, өмәләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Халыҡтың экологик мәҙәниәтен күтәреү йүнәлешендә эшләйҙәр: урманды янғындан, сүп-сарҙан һаҡларға саҡырып, буклеттар баҫтырып тараталар, уҡыу­сылар араһында һүрәттәр конкурстары үткәрәләр.
«Йәшел урман» түңәрәгендә шөғөлләнеү уларға киләсәккә һөнәр һайларға ла йүнәлеш бирә. Тыуған ерен яратҡан йәш экологтар бүтәндәрҙә лә тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырыша.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code