«Урал батыры»

Силәбе өлкәһендә беренсе тап­ҡыр «Урал батыры» балалар этноконкурсының һайлап алыу туры үтте. Уны президент грантын яулаусы — «Афарин» баш­ҡорт мил­ли балалар студияһы ойошторҙо. Сыбаркүл, Арғаяш, Пластов һәм Ҡоншаҡ райондарынан, Силәбе һәм Златоустан 30-лаған конкурсант үҙенең физик һәм ижади һәләттәрен күр­һәтте.

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Морис Йосопов ярышта физик әҙерлек буйынса баш судья булды. Бөтә йәштәр ҙә үҙҙәрен яҡшы физик формала һәм төрлө етди һынауҙарға әҙер булыуын күрһәтте. Бәйгеселәр үҙҙәренең йыр, бейеү, музыка һәләттәрен асты, мауығыуҙарын да бәйән итте.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code