«Урал батыр» йыйҙы йәш сәсәндәрҙе

Бына улар Гран-при хужалары – Гөлсәсәк Шәрипова менән Ләйсән Золотарёва.

Егерменсе тапҡыр уҙғарыл­ған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһе сағыу милли кейемдәр кейгән, транспаранттар тотҡан конкурсанттарҙың парады менән асылды. Ҡатнашыусылар ҙа күп кенә ине, 29 райондан һәм 6 ҡаланан 117 уҡыусы көсөн һынарға килгән. Бәйгене асыу тантанаһы артабан район мәҙәниәт һарайы алдында дауам итте. Бөрйән районының йөҙөк ҡашы булырҙай коллективтар – «Мәсемташ» ҡурайсылар, «Ялҡын» бейеү ансамблдәренең рухлы сы­ғыштарын ҡарап, жюри ағзалары менән танышҡас, бәйгеселәр һәм ҡунаҡтар концерт залына үтте. Эпос нигеҙендә ҡоролған сәхнәләштереү, райондың һәләтле уҡыусылары әҙерләгән сағыу концерт номерҙары, айырыуса Иҫке Собханғол ауылының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Рамаҙан Баймөхәмәтов башҡарыуындағы «Мин – баш­ҡорт балаһы» йыры дәррәү алҡыштарға күмелде. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, республика мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Сафиуллина, жюри рәйесе, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева бәйгеселәрҙе сәләмләп сығыш яһаны.

Эпостан өҙөк сәхнәләштереүҙә Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең фольклор коллективына етеүсе булманы.

Артабан ҡунаҡтарҙы тул­ҡын­ландырғыс ваҡиға көтә ине – оҙаҡ йылдар дауамында «Урал батыр» бәйгеһенең баһалама төркөмөн етәкләгән билдәле ғалим-фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре, филология фәндә­ре докторы, профессор, Рәсәй Гуманитар фәндәр акаде­мияһы академигы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәт Сөләймәновтың музейы асылды. Ул элекке Пионерҙар йорто бинаһында урынлашҡайны.
– Башҡорт халҡының тарихын өйрәнгән, үҙенең бөтә ғүмерен милли хазиналарҙы эҙләүгә бағышлаған арҙаҡлы шәхес булараҡ, Әхмәт Мөхәмәтвәли улына һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә был йорт республика, ил, донъя кимәлендә билдәле матур урын булыр, тип ышанам. Бәләкәй генә ауылдан шундай ҙур шәхес сыҡҡан икән, тимәк, балалар, киләсәктә һеҙҙең аранан да талантлы шәхестәр булыр әле, – тине Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Сараға әҙиптең ҡатыны, балалары ла килгәйне. Ҡатыны, хаҡлы ялдағы йырсы, радиожурналист Фәниә Байгилде ҡыҙы үҙ сығышында:

Миңнур Ҡасимова Әхмәт Сөләймәновтың музейы менән таныштыра.

– Тыуған Нәби ауылын, Бөрйәнен бөтә республикаға, илгә, үҙ халҡының кемлеген сит илдәргә танытты, туплаған белемдәрен, аҡылын киләһе быуындарға еткерергә, милләттәштәрен берләштереп йәшәргә тырышты Әхмәт. Бик күп ҙур шәхестәр булды республикала, әммә бындай тиҙлек менән уларға музей асылыуын тәүгә күрәм, рәхмәт бөрйәндәргә! – тине.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улының ҡыҙы, филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Нәркәс Хөббөтдинова музейҙың экспонаттар менән артабан да байытыласағы, тулыландырыласағы хаҡында әйтте һәм атаһы әҙерләп сығарған һуңғы – Шафиҡ Әминев Тамъяниҙың «Әйтер һүҙем бар» китабын бүләк итте. Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәт­йәнов әрүах рухына аяттар бағышлағас, Рөстәм Шәриповҡа, Нәркәс Хөббөтдиноваға һәм бинаны яңынан күтәреп, рәткә килтереүҙе ойоштороусы шәхси эшҡыуар Илнар Әҙелбаевҡа ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы бирелде.

Иң йәш сәсән – 5 йәшлек Асман Рахманғолов.

Музейҙың бер бүлмәһендә – Бабсаҡбейҙән алып Жәлил Сөләймәновҡа тиклем 23 быуынды үҙ эсенә алған (Вәкил Ишем­ғолов төҙөгән) көҙәндәр һәм һатыбалдар аралары шәжәрәләре, ғалимдың тормошо хаҡындағы стендтар, альбомдар, уның наградалары, баҫтырған китаптары, икенсе бүлмәһендә шәхси китапханаһының бер өлөшө, тормошона бәйле ҡомартҡылар урын ал­ған. Экскурсияны әҙиптең Бибикамал апайының ҡыҙы – Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимова ойоштор­ҙо. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе тыңлап, хәҙер инде 22-се бәпесте тирбәлткән, ғалим ятҡан сәңгелдәк, «На-на, мин Өфөгә барып ҡына ҡайтам әле», – тип бәләкәй Әхмәт уйнап үҫкәндәгегә оҡшатып, бер башы ат сүрәтендә эшләнгән урындыҡ-карауат, әсәһе Нурикамалдан ҡалған сергетыш һәм еҙ самауыр, ағаһы Мөхәмәткилде һырлап эшләгән өҫтәл кеүек экспонаттарҙы ҡыҙыҡ­һынып ҡараны, әҙиптең васыят итеп әйткән һуңғы һүҙҙәре яҙылған аудиояҙманы тыңлап, күҙҙәренә йәш алды ҡунаҡтар.
Артабан йәш сәсәндәр «Ағиҙел» ял һәм сәләмәтләндереү лагерына юлланды. Ун­да улар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләп, эпостан өҙөктәр сәхнәләштереп ярыш­ты.
Иң бәләкәй сәсән Асман Рахманғоловҡа – 5 кенә йәш, ул Көйөргәҙе районы Ермолаев ҡасабаһынан килгән. Иң өлкәне – Дәүләкәндәге интернат-лицейҙан Илнура Сафина, ун беренсе синыф уҡыусыһы.

Самрау тигән батшаның
Һомай тигән ҡыҙымын…

Ә абсолют еңеүсе, Гран-при хужаһы булып, ике ҡатна­шыусы – «Рәсәй – 1» каналын­да барған «Зәңгәр ҡош» проектының финалисы, Учалы районы Яңы Байрамғол мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Ләйсән Золотарёва менән «Йәншишмә»­нең йәш хәбәрсеһе, Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се интернат-гимназияһының IX синыф уҡыусыһы Гөлсәсәк Шәриповалар танылды. Призёрҙар өс йәш төркөмөндә – I – IV, V – VII, VIII – XI синыфтар араһында билдәләнде. Беренсе урынды Көйөргәҙенән Гөлгенә Суванова, Ишембай­ҙан Ғәлиә Шәрипова алды, икенсе урын Баҡалынан Миләүшә Дүсәеваға, Бөрйәндән Сара Истәковаға, Дәүләкәндән Илнура Сафинаға бирелде, өсөнсө урынға Учалынан Лениза Шәйхетдинова һәм Белореттан Ләйсән Үтәбаевалар сыҡты.
Эпостан өҙөк сәхнәләштереүҙә Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәбенең фольклор коллективы иң-иңе булды. Учалы башҡорт гимназияһы һәм Баймаҡтағы 4-се лицей вәкилдәре II урын яуланы. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһы һәм Стәрлетамаҡтағы Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназия коллективтары өсөнсө урын алып һөйөндө.
Еңеүселәр һәм призёрҙар мәғариф министрлығының Почёт грамоталары һәм ҡиммәтле приздары менән бүләкләнде.

Миләүшә МЫРҘАҒОЛОВА.
Бөрйән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code