«Урал батыр»ҙың мең юлын ятлаған!

Баланың һәләте бәләкәйҙән беленә. Бының өсөн бары тик ата-әсәнең, уҡытыусының уға башланғыс синыфтан уҡ иғтибар бүлеүе кәрәк. Мәктәптең ғорурлығы булырҙай ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүҙә улар мө­һим роль уйнай.
Бөрйән районының белем усаҡтарында алдынғы уҡыусылар бихисап. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа, спорт ярыштарында, уҡыу­ҙа ла һынатмай улар.
Гөлназ Әхмәтова Иҫке Собханғол мәктәбенең Яңы Усман филиалында II синыфты тамамланы. Тәү ҡарашҡа, тиҫтерҙәренән бер яғы менән дә айырылмай кеүек, әммә уның менән аралаша башлаһаң, бөтөнләй икен­се төрлө уй тыуа.

Ул өс йәштән балалар баҡсаһына йөрөй. «Ҡо­яш» исемле мәктәпкәсә төркөмдә шөғөлләнә. Шул мәлдә үк үҙенең әүҙемлеген күрһәтеп өлгөрә ҡыҙ. Бында ул «Ши­ғыр теле» һәм башҡа конкурстарҙа еңеү яулай. Ошо сослоғо арҡаһында уҡырға иртә алалар ҙа инде.
Синыфтарында иң кесеһе, шул уҡ ваҡытта иң яҡшы уҡыу­сы ла. Бөтә фәндәрҙән дә гел «бишле» билдәһенә өлгәшә. Дәрестәрҙе еңел һәм тиҙ үҙләштерә. Математика менән физкультураны айырыуса ярата. Ә урыҫ телен иһә һыу кеүек эсә, урыҫса иркен аралаша. Ҡыҫҡаһы, уҡыуға ынтылышы көслө ҡыҙыҡай­ҙың.
Уҡытыусыһы Зөлфирә Әғзәм ҡыҙы Йосопова етәкселегендә «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү буйынса район конкурсында йыл һайын ҡатнашып килә. Бөйөк эпостың мең юлын ятлаған. Киләсәктә уны тулыһынса үҙләштерергә тигән маҡсат та ҡуй­ған. Шулай уҡ иптәштәре Гөлсөм, Батыр, Зариф, Янбулат менән бергә «Урал батыр»ҙы сәхнәләштергәндәр. Гөлназ Бәләкәй фәндәр академия­һы сиктәрендә ойошторолған уҡыусы­ларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһында ла һынатмай. Башҡа бәйгеләрҙә лә һәр саҡ приз­лы урындар ала өлгөлө ҡыҙ, байтаҡ ҡына Маҡтау ҡа­ғыҙҙарына лайыҡ бул­ған.
Гөлназдың ошо уңыштарында өләсәһе – Сәмиға инәйҙең дә өлөшө ҙур. Әсәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был донъя менән иртә хушлаша. Ҡыҙ өләсәһе һәм атаһының ҡанаты аҫтында үҫә. Сәмиға инәй ейәнсәренең уңғанлығына һөйөнөп бөтә алмай. «Тыңлаусан, ярҙамсыл, тәүфиҡлы, аҡыллы бала, минең уң ҡулым», – тип ҡыуана ул.
Әсәй бәхетенән мәхрүм итһә лә, Аллаһы тәғәлә Гөлназға мул ғына һәләт биргән. Йыр-бейеүгә оҫта, шиғыр һөйләүгә лә әүәҫ ҡыҙҙың таланттары артабан тағы ла асылыр әле. Ул киләсәктә табип булыр­ға теләй. Ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табырға яҙһын. Хыялдары тормошҡа ашһын!

Айгиз БУРАНҒОЛОВ, БДУ студенты.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code