Уйынсыҡтар ҙа яһай

Эмиль Халиҡов.

Беҙ Дүсән башланғыс мәктәбенә лә инеп сыҡтыҡ. Ҙур ғына белем усағы, ҡасандыр бында урта мәктәп булғаны күренеп тора. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Тәүге уҡыу сиреген матур тамамлап, икенсеһен дә дәртләнеп башлап ебәрҙе кескәйҙәр.
Иң тырыш уҡыусылар­ҙың береһе – IV синыфтан Эмиль Халиҡов менән таныштыҡ.
– Яҡшы уҡый, бөтә яҡлап булдыҡлы, үҙ аллы, тәртипле, бөхтә. Синыфташтарына ярҙамсыл, өлкәндәргә иғтибарлы, ихтирамлы, яғымлы телле, – тип маҡтай уны уҡытыусыһы Гөлдәр Миңлебай ҡыҙы Хисмәтова.

Эмилдең эштәре.

Сәхнә күрке лә Эмиль: матур һөйләй, йырлай, күмәк бейеүҙә лә ҡатнаша. Ә технология дәрестәрендә эшләгән әйбер­ҙәре шундай матур килеп сыға: магазинда һатылған уйынсыҡтарҙан бер ҙә айырылмай. Гипс­тан яһалғандарын һоҡланып ҡараныҡ. Әҙер резина тәтәй эсенә гипсты тултырып, ҡатҡанын көтәләр ҙә ипләп кенә тышын алалар. Шунан ҡул менән килештереп күҙ, танау кеүек урындарын соҡоп эшләп бөтөп ҡуялар. Буяғас, бик матур һындар барлыҡҡа килә. Эмиль эшен тамамлағас, синыфташтарына ла яр­ҙам итә әле. Хеҙмәт дәресенән уҡытыусы Йәмилә Рауил ҡыҙы Насирова менән төрлө картиналар ҙа яһайҙар.
Өйҙәрендә лә тик ултыра белмәй ул. Әле бына каникулда фермер олатаһына баҫыуҙа көнбағыш йыйышҡан, көнбағыш майы һығып ал­ғандар.
– Икенсе сиректә тағы ла тырышыбыраҡ уҡырға кәрәк. Районда башлан­ғыс синыфтар араһында уҙғарылған олимпиадала ла ҡатнашырға әҙерләнәм, – ти Эмиль.
Уның кеүек эшкә уңған, булдыҡлы уҡыусыларҙың яулайһы үрҙәре алда әле!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бишбүләк районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code