Уйнап алайыҡ әле!

Бәләкәй балалар өсөн уйындар бик кәрәк. Улар бөтә организмды хәрәкәтләндерә: ҡан йөрөшө шәбәйә, тын алыу йышая, яҡшы, ыңғай тәьҫораттар бирә. Уйындарҙы бина эсендә лә, саф һауала ла ойошторорға була. Әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә тәүәккәлләп ҡарағыҙ.

«Иң шәп танау»

Еҫ һиҙеү, иғтибарлылыҡты арттыра. Бәләкәй генә ҡапсыҡтарға еҫле әйберҙәр – әфлисун тышы, алма, лимон киҫәктәре, һарым­һаҡ, борос, һуған һалына. Балаларға ҙур булмаған аралыҡтан уларҙы сиратлап еҫкәтергә кәрәк. Кем күберәк дөрөҫ яуап бирә, шул еңеүсе була.
Уйынды ике-өс тапҡыр ҡабатларға мөмкин, ҡатнашыусылар һаны сикләнмәй.

«Күгәрсендәр»

5 – 7 йәшлек балаларҙа мәргәнлек һәм етеҙлек тәрбиәләй. Алдан ҡағыҙҙан «күгәрсендәр» – ябай самолёттар яһала. Уларҙы балалар осороп ярыша. Кемдеке алыҫыраҡ барып ята, шул еңә.
Уйында өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала.

«Дуҫыңды таны»

6 – 7 бала күҙен яулыҡ менән бәйләп, май­ҙансыҡ буйлап йөрөй. Ә ҡал­ған уйынсыларҙың күҙҙәре бәйләнмәгән. Яулыҡтағылар ҡул ярҙамында яулыҡһыҙҙарҙың ке­йемдәрен, сәстәрен тотоп ҡарап, танырға тырыша. Кем икәнен бел­гәс, уйынсылар урындарын алмаша.
Әгәр ҙә ҡатнашыусы баланы таный алмаһа, тауыштан белергә тәҡдим ителә.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,«Йондоҙло» балалар үҙәге тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code