«Уңыш» байрамы

Көҙ – муллыҡ миҙгеле. Беҙҙең мәктәп баҡсаһында ла, һәр йылдағыса, мул ғына уңыш үҫтерелде. Бигерәк тә кишер, кәбеҫтә, помидор, сөгөлдөр кеүек йәшелсәләр уңды. Шуға IX – XI синыфтар араһында йыл һайын ойошторолоп килгән «Уңыш» байрамын гөрләтеп үткәреп ебәрҙек. Иң беренсе беҙ баҡса йәшелсәләренән ашнаҡсы апайҙар әҙерләгән тәмле аштан ауыҙ иттек. Шунан инде мәктәп баҡсаһы мөдире, биология уҡытыусыһы Гөлнара Мөжәүир ҡыҙы Шәрәфет­динова йәй буйы баҡсала тырышып эшләүселәр хаҡында һөйләп, иң-иңдәрҙе бүләкләп китте.

Был күркәм сараға һәр синыф үҙенсә матур, йөкмәткеле итеп әҙерләнгәйне. Өйгә эш итеп бирелгән йәшелсәләр хаҡында йырҙар һәм рекламалар ҡы­ҙыҡлы булды. Баһалама ағзалары баһаларҙы ярашлы итеп ҡуйып барҙы. «Һорауҙарға яуап биреү» конкурсында һәр кем дөрөҫ яуапты белергә тырышты. Әйткәндәй, XI синыф уҡыусылары был һынауҙа иң күп мәрәй йыйҙы.
Шулай итеп, «Көҙгө муллыҡ – 2018» байрамында өсөнсө урын­ға IX «Б» синыфы лайыҡ булһа, IX «А» синыфы үҙенсәлекле костюмы менән икенсе урынға сыҡты. Тәүге урынды унынсылар алһа, Гран-при ун беренселәргә бирелде. Байрамыбыҙ аҙағы күңелле дискотека менән тамамланды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа тәмлекәстәр менән һыйланды.
Белем усағыбыҙҙа йыл һайын үткәрелгән был сара матур бер йолаға әйләнде. Баҡсала үҫкән уңыш артып барғанғамы, байрам да йылдан-йыл матурыраҡ үткән төҫлө. Был, әлбиттә, тырыш уҡыусыларҙың һәм дә уларҙың етәкселәренең оло ҡаҙанышы.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code