Уҡытыусыға эш ҡалырмы?

Ҡытайҙа киләсәктә мәктәптәргә яһалма интеллект­ҡа нигеҙләнгән белем биреү платформаһын тәрәнерәк индерергә уйлайҙар. Ил етәкселәре иҫәпләүенсә, ауыл балалары иң яҡшы интернет-ресурстарҙы файҙаланыуҙан, алдынғы уҡытыу­сылар уҡытыуынан мәхрүм. Сөнки уларҙың күбеһе ярлы ғаиләләрҙән һәм сифатлы белем алырға мөмкинлектәре юҡ.
Әле Ҡытайҙа онлайн белем биреүгә ныҡ таяналар, ҡағиҙә булараҡ, был уҡытыусыны тулыһынса алмаштыра алмаһа ла, уға ярҙамы ҙур. Мәҫәлән, яһалма интеллектҡа нигеҙләнгән платформа балаларҙың өйгә эштәрен тикшереп, һөҙөмтәләр нигеҙендә уҡытыу­сыға һәр уҡыусы тураһында айырым мәғлүмәт еткерә, нимәгә иғтибар бүлергә, ҡай­һы урында насарыраҡ белгәнен күрһәтә.

Бындай онлайн-платформа тиҙҙән супер-уҡытыу­сыға әйләнәсәк, тип күҙаллана. Ул уҡыу пландарын төҙөп, ҡайҙан һәм ниндәй килемле ғаиләнән булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, бөтә Ҡытай балаларының белем кимәлен контролдә тотасаҡ. 2016 йылда цифрлы технологияларҙы таратыу өсөн 300 миллиард юань бүленгән. Белем усаҡтарының бөтәһе лә тиерлек интернетҡа тоташтырылған. Супер-уҡы­тыусыны иһә былтыр 100 синыфта эшләтеп ҡарағандар ҙа инде, 2017 йылда был һан 1 меңгә еткән. Былай дауам итһә, уҡытыусылар эшһеҙ ҡалмаҫ, тимә…

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code