Тыуған көн бүләге

Бик ҡыҙыҡлы, күңелле булды быйылғы йәйге ялым. Башта көндәр һалҡыныраҡ тор­ғас, эс бошҡайны, аҙаҡ йылытып ебәргәс, Илнара туғаным менән Инйәр йылғаһында һыу индек, ҡыҙындыҡ. Әсәйемә өй эштәрендә лә булыштыҡ, өләсәйҙәрҙе лә ярҙам­һыҙ ҡалдырманыҡ. Фәниә өләсәйемдең ҡулы йәрәхәтләнгәс, уға ҙур терәк булырға тырыштым. Ситәнен буяным, кер йыуҙым, еләк йыйҙым. Ныҡ ҡыуанды инде өләсәйем.

Быйылғы тыуған көнөм иһә ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ булды. Атайым менән әсәйем шундай бүләк яһанылар! Ниндәй, тип уйлайһығыҙ? Өфөгә дельфинарийға алып барҙылар. Вәт, оҡшаны! Мин беренсе тапҡыр тере дельфиндарҙы күрҙем. Улар шул тиклем ирмәктәр, матурҙар. Нимә генә эшләй белмәй үҙҙәре?! Кешеләр менән туп бәрешәләр, үҙ-ара баскетбол уйнанылар. Ҡағыҙға бумала менән һүрәт төшөргәндәрен һеңлем менән иҫебеҙ китеп ҡарап торҙоҡ. Ысын рәссамдар кеүек!
Тюлендәр ҙә бар икән дәһә… Улар ҙа ҡыҙыҡлы хәрәкәттәр яһаны. Рәхәтләнеп тороп ҡулса әйләндерҙеләр. Бигерәк ҡыҙыҡ инде. Иҫтәлеккә яндарында фотоға ла төштөк.
Баш ҡаланан күтәренке кәйеф менән ҡайттыҡ. Ошондай мауыҡтырғыс ял бүләк иткәндәре өсөн атай-әсәйемә ҙур рәхмәт!

Азалиә ҠӘЙҮМОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code