Тыуған көнөң менән, уҡытыусым!

Мәктәбебеҙҙә Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөләйха Сәхи ҡыҙы Иманғолованың юбилейына арналған матур сара үтте. Был байрамға уның хеҙмәттәштәре, дуҫтары, уҡыу­сылары саҡырылғайны.

Байназар ауылында тыуып үҫеп, бар ғүмерен математика фәненә, балаларға бәйләгән, ауылыбыҙҙың иң көслө уҡытыу­сыларының береһе, һөйөклө ҡатын, ҡәҙерле әсәй, яратҡан өләсәй, уңған хужабикә булып йәшәүсе Зөләйха Сәхи ҡыҙына 70 йәш тулды. Яҙҙың сыуаҡ көнөндә ябай колхоз­сы ғаиләһенә йәм өҫтәп, тере­мек кенә ҡыҙ бала донъяға килә. 1955 йылда беренсегә уҡырға бара. Уҡыу­ға тырыш, һәләтле ҡыҙ математиканы ярата, киләсәктә уҡытыу­сы булырға хыяллана. 1966 йылда белем усағын яҡшы билдәләр­гә тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡыр­ға инә. Унда ла һынатмай, яҡшы уҡыуы менән бергә спорт менән дә шөғөлләнә. Исеме институттың Почёт таҡтаһынан төшмәй.
1971 йылда ҡулына диплом алып, йәш ҡыҙ тыуған ауылына эшкә ҡайта. Хаҡлы ялға сыҡҡансы туған мәктәбендә эшләй һәм бик күп хеҙмәт ҡаҙаныштарына эйә була. Математика фәненән төплө белем биреү менән бер рәттән, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын да баш­ҡара.
Ул ғүмерен синыфташ егете Рафаэль Фазлетдин улы менән бәйләй. Татыу ғаиләлә өс бала донъя­ға килә. Уларҙы иркәләп кенә үҫтереп, белем биреп, тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тиҙәр бит, балалары ла тырыш, уңған, гөрләтеп донъя көтә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ветеран бер ҙә ҡул ҡаушырып буш ултырмай. Өйө тулы наҙ, бәхет, йылылыҡ. Тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлдәр күҙҙең яуын алып тора. Йәйгеһен баҡсаһы төрлө-төрлө матур, сағыу сәскәләргә күмелә. Һәр береһенә күңел наҙын биреп, улар менән һөйләшеп, ҡарап ҡына үҫтерә бит үҙҙәрен.
Мәктәп директоры Йәмил Ишбулды улы юбилярҙы оло байрамы менән тәбрикләне. Унан ҡотларға хеҙмәттәштәре, хаҡлы ялдағы уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр – Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы Науразбаева, Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаева, Миңзәлә Зекриә ҡыҙы Һиҙиәтова, Зәкиә Әкрәм ҡыҙы Шәрипова, Роза Хәләф ҡыҙы Мырҙағолова, Сәлимә Таштимер ҡыҙы Исламғолова, Рәшиҙә Сәғәҙи ҡыҙы Дауытовалар сығып, мәктәптә эшләгән йылдарҙағы төрлө хәтирәләр менән уртаҡлашты. Элекке уҡыу­сыһы, әле йәмғиәтте өйрәнеү фәне уҡытыусыһы Резеда Мирза ҡыҙы Шәмсетдинова ла йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен әйтте. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы Ҡарағолова һәм Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова юбиляр менән бергә эшләгән йылдарҙы хәтерләп, уның йәштәрҙе эшкә өйрәтеүгә тос өлөш индереүен иҫкә төшөрҙө. Кисә уҡыу­сыларҙың матур йырҙары менән биҙәлде.
Был байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт булып, яҡты йөҙ менән таралды. Зөләйха Сәхи ҡыҙы менән тормош иптәше Рафаэль Фазлетдин улын мәктәп уҡыусылары көслө алҡыштар менән сәй табынына оҙатты. Алдағы тормошта ла беҙ уларға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләп ҡалабыҙ. Балаларға күңел йылығыҙҙы, оло тәрбиә биргән өсөн рәхмәтлебеҙ.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code