Тырышҡан – мораҙына ирешкән

Быйылғы Ирекмәндәр йылында байтаҡ изге эштәр башҡарып өлгөрҙөк. Ветерандарыбыҙға яр­ҙам иттек, «Сайран» ял итеү базаһы тирәләй таҙартыу эштәре алып барҙыҡ, Сибай «Ышаныс» балалар приютына кейем-һалым, уйынсыҡтар йыйып тапшырҙыҡ. Урамдар­ҙа ҡарауһыҙ ҡалған бесәйҙәрҙе лә ашаттыҡ. Был изге ниәтебеҙҙе тәрбиәсебеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы менән уның ярҙамсыһы Альбина Бикташевалар ойош­торҙо.

Ирекмәндәрҙе дәртләндереп, сәмләндереп тороусы һабаҡташтарым Динә Күскилдина, Эльвира Алсынова, Салауат Дәүләт­ҡолов, Миңлегөл Нураева, Динислам Яҡшыбаевтар булғанда, беҙҙең «Арғымаҡ»тар ярты юлда туҡтап ҡалмаясаҡ. Әйткәндәй, уҡыу йылы аҙағында гимна­зия­быҙҙа йыл йомғаҡтары буйын­са еңеүсе синыф булып бүләкләнгәйнек һәм әле яңыраҡ иң әүҙем, тырыш, берҙәм икәнлегебеҙҙе йәнә бер тапҡыр иҫбатланыҡ.
Беҙҙең интернат-гимназияла йыл һайын үткәрелгән «Һаулыҡ көнө» лә Ирекмәндәр йылына бағышланды. Төрлө этаптарҙан торған эстафета турҙарын үтеп, сәмләнеп ярыштыҡ. Дәртле йыр­ҙар йырлап, ҡырҙа саф һауала матур ял итеп ҡайттыҡ. Беҙҙең «Арғымаҡ» ирекмәндәр командаһы ла был ярышта ҡатнашмайынса ҡалманы. Үҙебеҙ уйлап сығарған ярыш тураһында йыр башҡарып, һәр бер этапты лайыҡ­лы үтеп, жюриҙы таң ҡалдырҙыҡ һәм тағы I урын яуланыҡ.
Юҡҡа ғына: «Тырышҡан – мораҙына ирешкән», – тип әйтмәй­ҙәр бит. Юғары маҡсат ҡуйып, гел алға әйҙәүсе хөрмәтле тәрбиәсебеҙ Нурия Нуриман ҡыҙы Туйсинаға рәхмәтлебеҙ. Кеше­гә изгелек эшләгән һайын ул үҙе­ңә меңләтә әйләнеп ҡайта, тигән­гә беҙҙең «Арғымаҡ» ирекмән­дәр төркөмө тоғро ҡалырға тырыша.

Гөлсинә РАХМАНҒОЛОВА,
IX «В» синыфы уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code