Тылсымлы мәл

Яҙ – тылсымлы һәм серле мәл. Бар тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна. Көндәр оҙоная бара. Ҡояш нығыраҡ йылыт­ҡан һайын ҡыйыҡтар­ҙан тамсылар тама, ҡар­ҙар ирей һәм урамдар­ҙан гөрләүектәр аға. Балалар кәмә йөҙҙөрөп уйнай, турғайҙар һыу эсеп, сырҡылдашып йыуына.

Яландарҙа тәүге умырзалар сәскә ата. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайта, торналарҙың өсмөйөш яһап осоп үткәндәрен күрергә була.
Балалар эшләп ҡуй­ған ояларға сыйырсыҡтар эйәләшә. Ҡарҙан әрселгән тау баштарына малдар сыға. Яҙғы йы­лы ел иҫә. Ағастарҙа бөрөләр тумалып, яп­раҡ яра башлай. Ҡар иреп бөткәс, ерҙе һап-һары бәпембәләр ҡап­лаясаҡ. Оҙаҡламай кешеләр яҙғы эштәргә тотонор, ҡырҙарҙа тракторҙар гөрләйәсәк.

Гөлфиназ ХӘМИҘУЛЛИНА, V синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code