Тылсымлы китап иле

Хәйбулла район үҙәк балалар моделле китапханаһы аҙналыҡҡа ҙур күләмле программа әҙерләне: китап геройҙары менән осрашыуҙар, сәхнәләштерелгән тамашалар, әҙәби кисәләр.

Байрам «Китап иле тылсымсылары» тигән әҙәби кисә менән асылды. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар аҙналыҡтың тари­хы тураһында белде, юбиляр яҙыусылар­ҙың ижады менән танышты, викториналарҙа көс һынашты.
«Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар» исемле­һе Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә арналып, уның сиктәрендә «Ҡоштарҙы ашаты­ғыҙ» акцияһы уҙғарылды. Уға балалар менән берлектә атай-әсәйҙәр ҙә әҙерләнде.
Артабан аҙналыҡты Ирекмәндәр көнө дауам итте. Был сарала китапханасылар ирекмән-десантсылар ролендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың өйҙәренә барып, әңгәмәләр уҙғарып, төрлө гәзит-журналдар менән таныштырып ҡайтты, өйгә эштәрҙе әҙерләү өсөн энциклопедиялар, аудиоматериалдар тәҡдим итте. Һуңынан улар район-ара ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә юл тотто. Был йортта балаларҙы Корней Чуковский ижады менән таныштырҙылар. «Чукоград» исемле викторинала һәр кем ихлас ҡатнашты.
Байрамды дауам итеүсе «Тыуған ерем – Башҡортостан» исемле уйын сараһы ла мәктәптән саҡырылған уҡыусылар өсөн башҡорт халҡының мәҙәниәте, тарихы тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе. Кисәлә балаларҙа тирә-яҡ мөхиткә ҡарата һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыштылар.
Балалар һәм үҫмерҙәр китаптары аҙналығында шулай уҡ депутат Рөстәм Аблаев исемендәге призға «Урал аръяғы йондоҙҙар ҡабыҙа» исемле шиғыр һөйләүселәрҙең конкурсы ла үтте.
Ниһайәт, йомғаҡлау көнө лә килеп етте. Ябыу тантанаһы әкиәтләштерелгән тамаша итеп уҙғарылды. Сәхнәгә «Иң йәш уҡыусы», «Иң әүҙем уҡыусы», «Иң әүҙем синыф», «Иң уҡымышлы ғаилә» исемле номинацияларға лайыҡ булыусы балалар, уҡытыусылар, ата-әсәләр күтәрелде. «Иң уҡымышлы синыф» исеменә 2-се мәктәптән Гөлшат Хөрмәт ҡыҙы Юнысованың II синыф уҡыусылары лайыҡ булһа, «Иң әүҙем синыф» исемен 1-се мәктәптән Илмира Дариҡ ҡыҙы Байбулатованың икенселәре яуланы.
Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы бик фәһемле, ҡыҙыҡлы, күңелле үтте. Унан барыһы ла күтәренке кәйеф, дәрт, илһам алып таралышты.

Гөлшат ҠӘҘЕРОВА, район үҙәк балалар моделле китапханаһы мөдире, Сәүиә УЛТЫРАҠОВА, Рәсимә ЮЛДАШБАЕВА, китапханасылар.
Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code