Тылсымлы әкиәт донъяһында

Кескәйҙәр сыҡты сәхнәгә.

Баш ҡаланың Дим районы буйынса ойошторолған «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының гала-концерты 102-се башҡорт гимназияһында гөрләп уҙҙы. Унда 13 балалар баҡсаһынан 42 кескәй бала һәм 8 мәктәптән 71 башланғыс синыф уҡыусыһы ҡатнашты.

Был бәйгенең файҙаһы бик ҙур: ул тәжрибә тупларға, ҡыҙҙар һәм малай­ҙарҙың телмәрен байытырға, һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.
Бына көткән һөҙөмтәләр иғлан ителде. «Оҫта һөйләүсе»ләр булып Аксель Сәйетова (123-сө лицей), Урал Фәйүршин (103-сө мәктәп), Айгөл Сәлихова менән Регина Абдуллина (102-се башҡорт гимназияһы) танылды. Улар балаларса эскерһеҙлек, ябайлылыҡ менән яратҡан әкиәттәрен һөйләп ишеттерҙе.
«Тамашасы һөйөүе» номинацияһын Вадим Ғабдрахманов (101-се мәктәп), Гөлсиә Ғәлимова (102-се башҡорт гимназияһы) һәм Радмир Ҡолһарин (113-сө мәктәп) яуланы. Уҡыусыларҙың ихласлылыҡ менән образға инеп, асыҡ, интонация менән һөйләүе әкиәт тыңларға килеүселәрҙең күңеленә хуш килде.
Ә бына «Әкиәт һөйөүсе» номинацияһында Әлиә Саҙретдинова (113-сө мәктәп) менән Азамат Сәғиҙуллин (101-се мәктәп) еңде. Кескәйҙәрҙең үҙебеҙҙең халыҡ әкиәттәрен матур итеп башҡарыу­ҙары, тамашасыға еткерергә тырышыуы бик ҡыуаныслы хәл.
«Өмөт» номинацияһына Эльвина Сәғәҙиева (113-сө мәктәп) һәм Әминә Фәх­риева (101-се мәктәп) лайыҡ булды. Әлбиттә, ҡыҙҙарға башлаған эштәрен дауам итергә, күберәк әкиәттәр уҡырға тигән теләктә ҡалабыҙ.
Баһалама ағзалары сәхнә биҙәлешенә, тамашасылар алдында үҙеңде тота белеүгә, образға ярашлы костюм әҙерләүгә иғтибар итте. Уларға бик күп сығыш яһаусылар араһынан лайыҡлыларҙы һайлап алыу ҙа еңелдән түгел ине. Кемдәр иң-иңе булдымы? Балалар баҡсалары араһында «Яңғыҙ әкиәт һөйләү» буйынса Арыҫлан Ҡырымсурин (95-се балалар баҡсаһы) беренсе урын яуланы, Айгөл Ишкинина (75-се балалар баҡсаһы) – икенсе, Есения Кириллова (116-сы балалар баҡсаһы) өсөнсө булды. Ә мәктәптәр буйынса Ләйлә Ишдәүләтова (161-се мәктәп) еңеп сыҡты. Камилла Бүләкәрова менән Арыҫлан Тимеров (102-се башҡорт гимназияһы) – II, Әлиана Мортазина һәм Гүзәл Аралбаева (102-се башҡорт гимназияһы) III урынды бүлеште.
«Мультипликацион һәм анимацион фильм» номинацияһында балалар баҡсалары араһында беренсе урынды – 75-се «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһы алһа, мәктәптәр араһында иһә Азат Кинйәғолов (I урын), Вадим Фролов (II урын), Булат Усмановтар (III урын) иң-иңе булды. Әйткәндәй, был малайҙарҙың өсөһө лә 102-се башҡорт гимназияһында белем ала. Афариндар!
Йәш быуында мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, һәләтле ғаиләләрҙе асыҡлау йәһәтенән дә «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсы бик әһәмиәтле. «Ғаилә менән әкиәт ҡуйыу» номинацияһында ла 75-се «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһы беренсе урынға лайыҡ булды, ә белем усаҡтары буйынса I урынды Яндәүләтовтар, икенсе урынды – Харрасовтар һәм өсөнсөнө Мостафиндар ғаиләһе яуланы. Ата-әсәләрҙең балалары күңеленә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүе, кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтерергә ҙур көс һалыуҙары ныҡ һөйөндөрҙө.
Ә «Әкиәтте фольклор коллектив менән инсценировкалау» номинацияһында «Эшләп табылған бер һум» әкиәте менән 75-се башҡорт балалар баҡсаһы еңеүсе булды. «Дүрт дуҫ» әкиәте менән 74-се балалар баҡсаһы икенсе урынға сыҡһа, ә «Ай һәм Зөһрә» әкиәте өсөн 73-сө балалар баҡсаһына III урын бирелде.
Күпме көс, хеҙмәт, түҙемлек талап иткән конкурс артта ҡалды. Һәр кем – ҡатнашыусы ла, тамашасы ла күңел байлығы алып, кескәйҙәр өсөн ҡыуанып бөтә алманы.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы, 102-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code