Тылсым эйәләре

Бүлексә мөдире Татьяна Швец (һулдан дүртенсе) Елена Сафина, Элина Ишбулдина,
Алина Урманцева, Резеда Фәйзуллина, Лилиә Ҡоҙаярова менән.

Аҡ халатлыларҙы тылсым эйәләренә тиңләргә була. Ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дә шифа өрөүселәр бит улар. Баш ҡаланың 17-се балалар клиник дауаханаһының 3-сө педиатрия бүлексәһе мөдире, 45 йылға яҡын ғүмерен балаларҙың һаулығын хәстәрләүгә бағышлаған юғары категориялы педиатр Татьяна Швец, уның етәкселегендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙе лә шулай тип атарға була. Бөтә күңеле менән үҙ эшен яратып башҡарған, палаталарҙа ятыусы балалар менән ихлас аралашҡан табиптарға һоҡланып, һәр кем был һөнәр эйәһе булып эшләй алмайҙыр ул, тип уйлап ҡуяһың.

– Әйтегеҙ әле, педиатр булыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? – тип һорамайынса булдыра алмайбыҙ бүлексә мөдиренән.
– Балаларҙы яратырға, түҙемле, сыҙамлы булырға кәрәк. Бө­тә күңелең менән эшкә бирелмәйенсә лә булмай. Мин үҙем һәр ваҡыт балаларға тартылдым. Өлкәндәр менән эшләүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Татьяна Викторовна.
Унан үҙе хаҡында бер аҙ һөйләп тә алды. Әсәһе Мечников институтында лаборант булып эшләгән. Бәләкәй сағынан уҡ уның эргәһендә йыш ҡына булып, медицинаға тартылып үҫә. БДМУ-ның педиатрия бүлеген тамамлағас, йәш белгескә өс йыл Пермь өлкәһендә биләмә педиатры, балалар консультацияһының мөдире булып эшләргә тура килә. Ҡабат Өфөгә ҡайтҡас, 18-се дауаханала биләмә педиатры, ревматолог, балалар бүлексәһе мөдире ва­зифаларын башҡара. Бында 25 йыл эшләгәс, балалар бүлексәһе 17-се дауаханаға күсерелә. Инде әлегеһендә лә байтаҡ хеҙмәт стажы йыйылған, 16 йыл педиатрия бүлексәһе менән етәкселек итә. Әллә күпме Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, 2007 йылда Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡ­лау алдынғыһы билдәһен дә алған.

Палата шәфҡәт туташы Галина Сергеева ауырыған бала янында.

– Үҙ һөнәремде бик яратам. Шундай эшем булғанға һәр ваҡыт ҡыуанып бөтә алма­йым. Балалар менән аралашыу, улар­ҙың һауығыуын, ата-әсәләренең ҡыуанысын күреү – минең өсөн оло шатлыҡ. Бүлексәлә эшләүсе хеҙмәткәрҙәремдән дә бик уңдым, – тип ҡәнәғәт йылмая һаулыҡ һаҡлау ветераны.
Ысынлап та, был бүлексәлә дуҫ, берҙәм коллектив туплан­ған. Йәштәр ҙә, байтаҡ тәжри­бә туплағандар ҙа бар. Һәр дүшәмбе һайын профессор, бүлексә мөдире, дауалаусы табиптар менән бергәләп ауырыу­ҙарҙы ҡарауҙар үткәрелә. Студенттар менән дә әүҙем эш алып барыла, бергәләп дөрөҫ диагноз ҡуйырға, ныҡ сирленең клиник билдәләрен танырға ла өйрәнәләр.
Әйткәндәй, 3-сө педиатрия бүлексәһе 55 урынға тәғәйенләнгән, шуларҙың 4-әүһе – бик ҡаты сирләүселәр өсөн. Мөдир Татьяна Швец әйтеүенсә, башҡа йылдарға ҡарағанда, сирләүселәр һаны ике тапҡырға артып киткән. Күбеһенсә үҫмерҙәрҙең пневмония менән ятыуын да белдек. Бында тын алыу юлдары, киҫкен бронхит, бронхалар астмаһы, ҡайтмалы гас­трит, ашҡаҙан-эсәк, киҫкен респиратор, сей яра ауырыуҙары менән яфаланыусылар ҙа дауалана икән.
– Башҡорт дәүләт медицина университетының белем биреү эшмәкәрлеге өсөн клиник базалары бар. Улар беҙҙең республиканың дауалау учреждениелары буйлап таратылған. Шул иҫәптән педиатрия факультетының да. Уның базалары республика балалар, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаларында урынлашҡан. Бында, ғәҙәттәгесә, студенттар, ординатор­ҙар, табиптар практика үтә. Әйтергә кәрәк, беҙ клиник дауахананың хеҙмәткәр­ҙәре менән берҙәм, изгелекле мөнәсәбәттә эшләйбеҙ. Тығыҙ бәйләнеш уҡыу, фәнни эш барышында ла ярҙам итә. Был дауахана базаһында беҙҙең ординаторҙар, аспиранттар тарафынан әллә күпме кандидатлыҡ диссертациялары яҡланды, – ти профессор, Башҡортостан Республикаһының төп штаттан тыш аллергологы Резеда Мансаф ҡыҙы Фәйзуллина.
Был бүлексәлә булғандан һуң, оло йөрәкле, балаларҙы ярат­ҡан, улар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә педиатр булып эшләй аласаҡтарына инандыҡ. Бәлки, уҡыусылар, һеҙҙең арала ла ошо һөнәр эйәһе булырға теләүселәр барҙыр әле, шулаймы? Ҡурҡмағыҙ, бәләкәйҙән маҡсаты­ғыҙға ынтылып, ҡыйыу аҙымдар менән алға барығыҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code