Тыйнаҡлыҡ кәрәк ул

Апаһы менән кескәй һеңлеһе һөйләшкәнен ишетергә тура килде.
– Беҙҙең синыфтағы бер ҡыҙ бер малайҙы ярата.
– Ә уны ҡайҙан беләһең?
– Ул бит Азаттың эргәһе­нән китмәй, ҡасһа, артынан баҫтыра башлай. Тегеһе, кит әле, тиһә лә аптырамай ҙа, бүтәндәрҙең көлөүе лә уның өсөн бар ни, юҡ ни. Был ту­рала бөтәһе лә белә.

– Әгәр берәйһен оҡшат­һаң, һин шулайта алыр инеңме?
– Ю-уҡ! Анау Алина стена­ға «Илгиз+Гөлиә» тип яҙып ҡуйған. Ни эшләргә белмәнем. Стенаға яҙырға ярамай ҙа ин­де.
– Эйе шул, ниндәй әҙәпһеҙлек! Ә һиңә малай оҡшаймы һуң?
– Юҡ, ул бит шундай маҡ­тансыҡ, үҙе бигерәк батыр бу­лып ҡыланған була. Гел миңә нимә тип булһа ла бәй­ләнә, үсекте­рә…
Үҙҙәре бәләкәй генә, ҡара әле, мөхәббәт тураһында гәпләшәләр бит, әй. Ирекһеҙҙән, малай артынан йүгергән ҡыҙ күҙ алдына килеп баҫа. Һылыуҡайҙарға хас тыйнаҡлыҡ тигән сифат ят икән уға. Был ҡайҙан киләлер инде? Хәҙерге йән­һүрәттәр шулай әрһеҙ итеп тәрбиәләйме балаларҙы? Ә бынау маҡтансыҡ малай шым ғына йөрөгән ҡыҙҙы үсектереп, әллә үҙенең уға ҡарата битараф түгеллеген аңлатырға тырышамы икән? Ни тиһәң дә, ҡыҙҙарыбыҙ әҙәпле, тыйнаҡ, ә малай­ҙарыбыҙ ҡыйыу һәм гүзәл затты ҡурсаларлыҡ көслө егеттәр булып үҫһен инде.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code