Топиарий эшләгең киләме?

Дуҫтар, «Бәйләнештә» селтәрендә «Яратҡан шөғөлөм» тип атал­ған конкурс бара. Әүҙемерәк булығыҙ. Ә бөгөн иң уңған ҡыҙҙарыбыҙ­ҙың береһе Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА һеҙгә нисек топиарий әҙерләү серҙәрен өйрәтә.

– Һәр кешенең кү­ңел биреп баш­ҡар­ған эше, ярат­ҡан шөғөлө була. Мин иртән мәк­тәптә белем алам, ә кистәрен көн дә тиерлек бәйләм бәйләйем, топиарийҙар эшләйем, төрлө-төрлө китаптар уҡыйым, өйҙә ярҙам итәм. Һеҙгә хәҙер бик матур топиарий эшләргә өйрәтәсәкмен. Бының өсөн беҙгә шар, ҡағыҙ салфеткалар, ҡайсы, елем, гөл һауыты кәрәк буласаҡ.
1. Шарҙы тултырабыҙ һәм ҡағыҙ салфетка менән 2 – 3 ҡат уратып йәбештерәбеҙ.
2. Салфетканы икегә һәм та­ғы бер тапҡыр уртаға бөкләй­беҙ.
3. Килеп сыҡҡан шаҡмаҡты уртаһынан степлер менән эләктерәбеҙ һәм түңәрәк итеп ҡыр­ҡып алабыҙ.
4. Барлыҡҡа килгән түңәрәк фигураны берәр ҡатламлап бөгөп тотабыҙ. Бик матур сәскә килеп сыға, ошондай 150 тирәһе сәскә кәрәк буласаҡ.
5. Шарҙы гөл һауытына урынлаштырабыҙ һәм сәскәләрҙе шар­ға йәбештереп сығабыҙ.
Бына топиарий әҙер. Уйлауымса, уны байрамдарҙа туғандарға һәм таныштарға бүләк итергә була. Үҙ ҡулдарығыҙ менән яһа­ған бүләкте яҡындарығыҙ икеләтә шатланып ҡабул итер. Топиарий­ҙарҙы эшләүе кемдәргәлер ауыр кеүек тойола. Күҙ ҡурҡа, ә ҡул эшләй, тиҙәр бит. Күңел биреп тотонһаң, барыһы ла яҡшы килеп сығасаҡ. Матур әйберҙәр бүлмәгеҙҙе нур­ға күмеп, балҡып ултырһа, кәйефтәр күтәрелә. Беҙҙең өйөбөҙҙә лә минең ҡул эштәрем байтаҡ. Уларға ҡарайым да ҡыуанам. Үҙең тыуҙырған матурлыҡ бигерәк тә яҡын була.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code