Тоғро дуҫым

Эт һүҙен ишетеү менән күҙ алдына аҡыллы, тоғро дуҫ килеп ба­ҫа.
Минең маъмайым да шулай. Уның исеме – Шарик. Беҙ тәү күрешеүҙән үк бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Бөгөн дә дуҫлығыбыҙ дауам итә. Этемде миңә апайым бүләк иткәйне. Шарик тип исем ҡушыуымдың сәбәбе уның шул тиклем шаян, гел туп һымаҡ унда-бын­да тәгәрләп, сабып йө­рө­үендә. Уйында – тик уйын ғына.

Шарик бик тыңлаусан. Үҙен төрлө командаларға өйрәттем. Ул күҙемә ҡарап, әйткәнемде көтөп ке­нә тора. «Ят», «ул­тыр», «ҡулыңды бир» тигәндәрен яратып үтәй. Үҙе мине бер минут та онотмай. Йәм­ле йәй айҙарында «Ирәндек» лагерында, өләсәйҙәремдә ял иткәйнем. Әсәйем әйтеүенсә, тоғ­ро дуҫым мине көн дә көткән, һағын­ған. Ҡапҡанан килеп ине­үем булды, ҡаршыма йүгереп килде, шул тиклем шатланды. Беҙ кис еткәнсе икәүләп рәхәтләнеп уйнаныҡ. Шунан алып дуҫымды оҙаҡҡа ҡалдырып китмәҫкә булдым. Шариктың аҡыл­лы булыуы барыһын хайран итә. Йортобоҙҙоң ышаныслы һаҡсыһы ла үҙе. Беҙ бер ниҙән дә ҡурҡмай, уға донъябыҙҙы ҡалдырып китәбеҙ.
Әлеге көндә урам буйлап йөрөгән берәҙәк эттәр эсте бошора. Исмаһам, Эт йылында кешеләр маъмайҙарын ташламаһын ине. Уларҙы тәрбиәләүе бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ килтермәй бит. Ә рәхмәттәре, тоғролоҡтары мәңге дауам итә.

Фәнилә ДӘҮЛӘТШИНА, V синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code