Тик аҡсаһы ғына самалы инде

Төркөм етәксеһе Нина Ғарифуллина (уңда) йәйге ялдарын файҙалы үткәргән йәш үҫмерҙәр Олег Бәҙретдинов, Нәфис Яҡупов, Илназ Ханнанов һәм Гөлшат Ғилфанова менән.

Төркөм етәксеһе Нина Ғарифуллина (уңда) йәйге ялдарын файҙалы үткәргән йәш үҫмерҙәр Олег Бәҙретдинов, Нәфис Яҡупов, Илназ Ханнанов
һәм Гөлшат Ғилфанова менән.

Шаран районындағы Салмалы мәктәбендә матур бер традиция йәшәп килә. Бында һәр йылда ла йәйге осорҙа үҫмер ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы етештереүсәнле хеҙмәткә йәлеп итергә тырышалар. Бының өсөн райондағы «Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы менән килешеүҙәр төҙөп, 14 йәше тулған балаларҙы эшкә урынлаштыралар.

– Оҙайлы каникулда күп балаларҙың һис тә буш ултырғылары килмәй. Улар йәйге ялдарын файҙалы итеп үткәрергә теләй. Мәшғүллек үҙәге йәш үҫмерҙәргә шундай мөмкинлекте бирә лә инде, – тип һөйләне беҙгә төркөм етәксеһе, мәктәптең технология һәм һыҙма уҡытыу­сыһы Нина Ғарифуллина. – Быйыл беҙ йәй башында уҡ 7 балаға эш тәҡдим иттек. Улар ай буйы мәктәптә төҙөкләндереү, ваҡ-төйәк ремонт эштәре, шулай уҡ биләмәне йәшелләндереү менән шөғөлләнде. Баҡсалағы төрлө йәшелсә культураларын ҡарап үҫтереүгә лә үҙ өлөштәрен индерҙеләр. Программала ҡаралғанса, улар көнөнә 3 – 4 сәғәт эшләй. Беҙҙең шул төркөмдәге балаларҙың хеҙмәт айы һиҙелмәй үтеп тә китте. Бөгөн инде һуңғы эш көндәре бара. Күпмелер ваҡыттан улар яңынан эшкә урынлаша ала. Ләкин бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә тейешле документтарын тағы йыйып алып барыр­ға кәрәк. Беҙҙең был балалар әлегә ял итергә теләй, кемдер олатай-өләсәһенә ҡунаҡҡа барырға, берәүҙәр балалар шифаханаһында сәләмәтлеген нығытып ҡайтырға йыйына.
Беҙ быйыл VII синыфты тамамлаған йәш үҫмерҙәр менән һөйләшеп алдыҡ. Мәктәптә «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡыған, үҙен ҡыйыуыраҡ тотҡан Нәфис Яҡупов барыһына ҡарағанда ла һүҙгә әүәҫ булып сыҡты.
– Беренсе йыл каникулда үҙ көсөм менән аҡса эшләү теләге тыуҙы, – тине ул. – Хеҙмәт айы бер ҙә ауыр булманы. Бына хәҙер үҙ эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күрәсәкбеҙ, мәшғүллек үҙәгенән тейешле аҡсаһын да аласаҡбыҙ.
– Үҙең эшләп тапҡан аҡсаны нисек файҙаланырға уйлайһың?
– Ғаилә килемен тулыландырыуҙа ул да ярап ҡаласаҡ. Әле беҙ өйҙә скутер алырға аҡса йыябыҙ. Аҙ булһа ла, шуға үҙ өлөшөмдө индереүгә бик тә шатмын.
Нина Филипповна телгә алыуынса, төркөмдә шулай уҡ Олег Бәҙретдинов, Илназ Ханнанов, Гөлшат Ғилфанова ла уңғанлыҡтары менән айырылып торған.
– Артабан да йәйге ялыбыҙҙы файҙалы итеп үткәрергә уйлайбыҙ, – ти Илназ. – Беҙҙә аҡса эшләүҙең тағы бер юлы бар. Сираттары еткән һәм эштән бушамаған ке­шеләр беҙгә көтөү көтөргә тәҡдим итә. Көнөнә 500 һумдан да кәм түләмәйҙәр. Айына 2 – 3 көн сыҡһаҡ та, кеҫәгә арыу ғына аҡса инәсәк.
Баҡсала эшләгәндә егәрлелек күрһәткән Гөлшат Ғилфанова ла төркөмдәштәренең һүҙен ҡеүәтләне.
– Мәшғүллек үҙәге түләгән аҡса менән генә хушһынып ҡалмаҫҡа ине. Йәй беҙ ҡарағат йыйып һатабыҙ. Быйыл үҙебеҙҙең баҡсала уңыш мул ғына күренә. Тирелгән ҡарағатты ҡайнатма әҙер­ләү өсөн ауылда ла теләп алалар.
«Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге» учреждениеһының баш инс­пекторы Ринат Хәтмулла улы Ғибәҙуллин әйтеүенсә, йәйҙең тәү­ге айында ғына улар 37 уҡыусы баланы эшкә урынлаштырған.
– Быйыл беҙҙең финанс яғынан барлығы 60 баланы етештереүсәнле хеҙмәткә йәлеп итергә мөмкинлегебеҙ бар,- тине ул. – Салмалы мәктәбе шул эштә йыл да әүҙем ҡатнаша. Тик шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра: балаларҙың хеҙмәтенә түләү аҙыраҡ. Бер ай эшләгән өсөн уларҙың ҡулына 977 һум 50 тин генә эләгә. Биш йыл инде шул сумманы арттыр­ғандары, индексациялағандары юҡ. Был программаны финанслауҙы ла һиҙелер­лек кәметтеләр. Элгәре беҙ йәйге осорҙа 200 баланы эшкә ҡабул итә торғайныҡ. Быйыл ул маҡсатҡа аҡсаны аҙыраҡ бүлделәр. Шу­ға ҡарамаҫтан, күп йәш үҫмерҙәр мәшғүллек үҙәгенә килеп, үҙҙәренә эш урыны табырға тырыша. Хәҙерге заманда 14 йәшен тултырған балалар­ҙың да шулай үҙ көсө менән аҡса эшләргә ынтылыуын беҙгә тик дәртләндерәһе генә ҡа­ла.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code