Тиҙерәк ет, Яңы йыл!

Яңы йыл байрамы әкиәт мөғжизәһенә оҡшаш. Бәләкәйҙән шатланып-ҡыуанып Ҡыш бабайҙы көтөп алабыҙ. Шыршы аҫтынан бүләктәр алабыҙ. Сыр-сыу килеп сана шыуабыҙ, ябалаҡлап яуған ҡар бөртөгөнә ҡарап һөйөнәбеҙ.

Яңы йылда беҙ үткән йылдарға йомғаҡ яһап, яңы баҫҡысҡа күтәреләбеҙ, белемебеҙҙе арттырабыҙ, ҙур шәхес булырға ынтылабыҙ. 2018 йылды мин тулҡынланып, өмөттәр менән көтәм. Тиҙерәк кил, Яңы йыл! Һине ныҡ һағындым. Беҙгә һаулыҡ, уңыштар, шатлыҡ, бәхет ғына килтер.

Айлина ҒӘЛИНА, VIII «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code