Тиҙерәк ҡар яуһын ине

Һәр миҙгел үҙенсә матур. Ҡыш айын йыл һайын көтөп алам. Бер көн иртән күҙемде асһам, ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡаплаған. Мин шунда уҡ тышҡа атылдым. Ҡар бүрегемә, туныма ҡуна. Шаяртып сикәмде иркәләй һымаҡ. Ҡар бөртөктәрен тоторға тырышып, ҡулымды һонам. Усыма бер-береһенә тамсы ла оҡшамаған ҡыш биҙәктәре төшә.
Бына әле йүгереп ҡайттым да йәй буйы келәттә һаҡланған саң­ғыларымды алып сыҡтым. Ул көндө әҙерәк шыуа алдым, тик шатлығым оҙаҡҡа барманы. Ҡар бер көн генә яуҙы ла туҡтаны. Ярай, юҡҡа ҡайғырмайым әле, ҡыш башланып ҡына тора бит. Ҡары ла, ҡар тауы ла – барыһы ла булыр.
Йәйҙән үк әҙерләнгән санам менән саңғым да, ҡарҙың күберәк яуыуын теләгәндәй, мөйөштә тора. Мин ҡыш еткәнен аш­ҡынып көтәм.
Ә һеҙҙең сана, саңғыларығыҙ әҙерме, дуҫтарым?!

Юлдаш БУЛАТОВ, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code