Темәс ҡыҙы Азалиә

Йөҙҙәрендә бер аҙ уйсанлыҡ, ҡиәфәтендә оял­санлыҡ, тыйнаҡлыҡ, шул уҡ ваҡытта саялыҡ һыҙаттары күҙгә ташланып тора. Си­ныфташ­тарына һәр яҡлап та өлгө ул Азалиә Аҡбулатова. Уҡыуҙа ла һынатмай, синыфтан тыш саралар­ҙа ла әүҙем.

Дүртенселә генә уҡы­уы­на ҡарамаҫтан, уңыштары күп. «Урал батыр» эпосын, шиғырҙар­ҙы яттан һөйләү ярыштарында ла призлы урындар яулай. Баш­ҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арнап, Әхмәтзәки Вәлиди исемен­дәге Милли китапхананың балалар уҡыу үҙәге ижади республика конкурсы үткәргәйне. Шунда ҡатнашып, Азалиә II урын алды. Яҙыусының улы Тельман Әминевте күреү, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Ҡә­ҙим ағай Аралбаевтың хәтирәлә­рен тыңлау, әҙибәнең иҫтәлеген һаҡлаған фатирҙа булыу ҡыҙҙың күңел ҡанаттарын тағы ла үҫтереп ебәрҙе.
Темәс ҡыҙы «Йәншишмә» гәзитен дә яратып, көтөп ала. Биге­рәк тә тиҫтерҙәренең ижад емештә­рен, яңылыҡтарҙы ҡыҙыҡһынып уҡый.
Әйткәндәй, уңышта­рында милли рухлы өләсәһе Нәзилә апайҙың да өлөшө бар. Ейәнсәрен һәр яҡлап үҫтерергә тыры­ша. Уға: «Афарин!» – тиергә генә ҡала.
Киләсәктә зирәк, аҡыллы ҡыҙ­ҙың тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр яулауын теләйек.

Мәүзилә ҮТӘЕВА.
Баймаҡ районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code