Телле башҡорт – мин барында йәшәр әле минең илем!

Беҙҙең Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһында VII – VIII синыф уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән II республика олимпиадаһы уҙҙы. Был бәйгегә үҙ көстәрен һынап ҡарарға 16 райондан, 4 ҡаланан 70-тән артыҡ уҡыусы килгәйне. Жюри ағзалары итеп баш ҡалабыҙҙан Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының педагогия фәндәре кандидаты Миндебай Юлмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы кафедраһы мөдире, филология фәндәре докторы, профессор Зөһрә Сәләхова, ошо уҡ уҡыу йортонан доцент Ләйлә Хөсәйеновалар саҡырылғайны.

Еңеүселәрҙе ҡотлау.

Олимпиада өс турҙан торҙо: беренсеһендә телһөйәрҙәр инша яҙыуҙа маһирлыҡтарын күрһәтһә, икенсеһендә бирелгән тексҡа филологик анализ эшләп, өсөнсө турҙа тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Уҡытыусылар ҙа бар ваҡыттарын файҙалы үткәрҙе: улар өсөн «Башҡорт телен һаҡлауҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының роле» тигән темаға «Түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Шулай уҡ балаларҙа туған телгә, баш­ҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Мәҫәлән, Фаягөл Тимербай ҡыҙы Әмирханова гимназиябыҙҙа ике айға һуҙылған «Башҡорт әҙәбиәте донъя­һында» тигән конкурс хаҡында һөйләне. Бик ҡыҙыҡ сара булғайны ул. 20 декабр­ҙә башлан­ған конкурс шарттары ла иғтибарҙы үҙенә тартып торҙо: һәр уҡыл­ған әҫәр буйынса уҡыусылар төрлө эштәр үтәне (берәүҙәр һорауҙар төҙөнө, икенселәр оҡшатҡан геройы тураһында яҙҙы) һәм шул яҙмаларын лотереяға алмаштыр­ҙылар. Ҡышҡы каникул­дан һуң гөрләтеп уйын уйнатып алдыҡ. Ә 21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрамда иң күп китап уҡыған уҡыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды!
Ейәнсура районы уҡытыусыһы Ғайса Ишмөхәмәтов ағайҙың да тел тураһын­да сығышы күптәрҙе уйландырғандыр. Ә Ишембай районы Сәлих ауылынан Гөлшат апай Хисмәтуллина Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы буйынса видеофильм төшөргән. Гимназиябыҙҙың уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Фәйзуллина әҙәбиәт уҡытыусыһының әҙәби әҫәрҙәрҙе тасуири һөйләй белеүенең әһәмиәте хаҡында сығыш яһап ҡына ҡалманы, Мостай Кәримдең «Өс таған»ынан өҙөк уҡып ишетттерҙе.
Бөтә көсөн һалып, ике тур һынауын үтеп сыҡҡан бәйгеселәр өсөн гимназис­тар шәп ял кисәһе уҙғарҙы. Шул арала ҡунаҡтар ҙа уйнап алды: Башҡортостаныбыҙ тураһында викторина һорауҙарына бик әүҙем яуап бирҙеләр. Уларға VII синыф уҡыусыһы Алмаз Усмановтың йырлауы менән һигеҙенсенән Эльвина Семёнованың өҙҙөрөп бейеүе бигерәк оҡшаны.
Иртәгеһенә тест һорауҙарына яуап биреп сыҡҡас, бәйгеселәр өсөн Рәсәй телевидениеһындағы билдәле уйын форматында ойошторолған «Үҙ уйының» викторинаһы уҙғарылды. Ныҡ ҡыҙыҡлы булды ул.
Ә сараны ябыу тантанаһында яңғыраған ошо һүҙҙәр һәр кемдең күңелендә уйылып ҡалғандыр:
– Олимпиада сәхнәһенә еңеүсе сифатында күтәрелгәнһегеҙ икән, еңеүсе титулы менән бергә һеҙҙең иңегеҙгә ҙур яуаплылыҡ та өҫтәлә. Телебеҙҙең яҙмышы – һеҙҙең ҡулда. Шуны онотмағыҙ: илебеҙгә лә, милләтебеҙгә лә телле килеш кенә терәк-таяныс була алаһығыҙ.
Телле булһаҡ ҡына беҙ халыҡбыҙ,
Беҙ тел менән илгә терәүбеҙ.
Беҙ телебеҙ менән бер яҙмышлы,
Беҙ телебеҙ менән берәүбеҙ!
Һеҙҙең һәр берегеҙ – ошо шиғыр юлдарындағы «беҙ»ҙең – берәүһе!
Ишембай ҡалаһында икенсе тапҡыр үткәрелгән бәйгелә матур йола тыуҙы: асыу тантанаһы бөтә залдың «Башҡорт телендә һөйләшәм» йыры менән башланһа, ябыу тантанаһы барыбыҙҙың да күңеленә яҡын Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләү флешмобы менән тамамланды.
Олимпиадала ҡатнашыу сәм, ғәм уят­ҡандыр, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулар­лыҡ ҡанаттар үҫтергәндер. Телебеҙҙең киләсәген уйлап, Ишембайға килгән тап ошо бәйгеселәрҙе киләсәктә Өфөлә үтәсәк XI cиныф уҡыусыларының олимпиадаһы еңеүселәре итеп тә күрербеҙ әле!
«Һау бул, олимпиада – 2018! Осраш­ҡанға тиклем, олимпиада – 2019!» – тип хушлашты алыҫ араларҙы яҡын итеп Ишембайға килгән илһөйәр, телһөйәр уҡыусылар.

Олимпиада үткәрелгәс, әлбиттә, еңеүселәре лә була. Шулай итеп, милли мәктәптәрҙә уҡыған VII синыфтар араһында Ғафури районының Красноусолдағы баш­ҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Гөлнур Ибәтуллина I урын алһа, һигеҙенселәр араһында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыһы Илүзә Алтынсурина иң-иңе булды. Башҡорт телен урыҫ мәктәптәрендә туған тел булараҡ өйрәнгән VII синыф уҡыусылары араһында I урынды Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Света Килмөхәмәтова яуланы, ә һигеҙенселәр араһында – Рушан Ғәйнуллин. Был егет – Ишембай ҡалаһындағы Рәсәй Геройы Александр Достовалов исемендәге башҡорт кадет корпусы тәрбиәләнеүсеһе.
Яҡташыбыҙ Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы исеменән күп уҡыусыларға Рәхмәт хаттары ла тапшырҙы.

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, йәш хәбәрсе.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди  исемендәге2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code