Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Ҡышҡы каникул көндәрендә йыл һайын иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаһы ойошторола. Баш ҡаланың Рәми Ғарипов исемендәге 1-се рес­публика башҡорт интернат-гимназияһында уҙғарылған быйылғы бәйгегә көсөн һынарға 300-гә яҡын уҡыусы килде. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән дә милләттәштәребеҙҙең бер ҙә ҡатнашмай ҡалмауҙары һөйөндөрә. Илһөйәр, телһөйәр балалар өс турҙа үҙҙәрен күрһәтте. Башҡа йылдарға ҡарағанда, олимпиадала һиҙелерлек үҙгәрештәр ҙә бар. Ә бөгөн мәртәбәле бәйгене ябыу тантанаһы үтә.

Олимпиаданың нисек уҙыуы тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һанында уҡырһығыҙ.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code