Тауҙарымда – тарих

Таш йорт ҡаяһы.

Йәрмәк тауы

Күгиҙел ауылына нигеҙ 1929 йылда һалына. Төрлө яҡтарҙан йыйылалар бында. Күпселек халыҡ Әбйәлил районының Ҡыр­ҙас, Исҡужа, Рауил, Ҡыҙыл Һарты, Хөсәйен ауылдарынан күсеп ултыра. Йәй көнө ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа кәҫтән өй эшләйҙәр. Совхозды ойоштороу­сылар Бөрйәндән килгән, тиҙәр. Ул ваҡытта Баймаҡ районы булмай әле. Бәйләнеш тотоу өсөн Бөрйән алыҫ, юлдар өҙәрем була. Шул арҡала ике йыл буйы сәсеү һуңлап башлана.
Иң беренсе бригадир итеп Хөсәйен ауылынан Йәрмөхәмәт Хөсәйенов тәғәйенләнә. Ул үҙ һүҙле, үҙенсә генә эшләргә яратҡан кеше була. 1931 йылда ауылды Баймаҡ районы ҡарамағына күсерәләр. Йәрмөхәмәт Хөсәйенов менән етәкселәр араһында аңлашылмаусылыҡ килеп сыға. Бригадирҙы ҡулға алмаҡсы булалар. Йәрмөхәмәт (ҡушаматы – Йәрмәт) эшселәр менән хушлаша ла ауыл эргәһендәге тауға менеп китә. Шунан башлап үҙен бер кем дә күрмәй, бригадир тураһында хәбәр ишетелмәй. Уның менән бергә эшләгән эшселәр кәңәшләшеп, ауыл эргәһендәге тауҙы Йәрмәт тип атай башлай. Тора бара был һүҙ Йәрмәккә әйләнеп китә.

 

Мулла тауы

Ауылдың төньяҡ-көнбайышында бик текә Мулла тигән тау бар. Борон был тирәгә Исҡужа исемле бай килеп йөрөгән. Әнүәр Әсфәндиәровтың «Башҡорт ауылдары тарихы» хеҙмәтендә Исҡужа ауылына 1834 йылда нигеҙ һалыныуы тураһында әйтелә. Был бай Түңгәүер яҡтарынан килеп тамъяндарҙан ер һатып ала. Ике улы була: Әбдрәхим менән Ишмырҙа. Әбдрәхимдең тоҡомдары – Мөбәрәков­тар (Исҡужа һәм Рауил ауылдарында йәшәй­ҙәр). Ишмырҙа үҫеп еткәс, Ырымбур яғына барып белем ала. Унан ҡайт­ҡас, ауылдарға йөрөп уҡыта. Мөғәллим балаларға яңыса белем бирергә тырыша. Быға ошо тирәләге байҙар риза булмай. Бер көндө үҙҙәренең йәйләүенән килеп, тау эргәһендә йәштәрҙең киске уйыны бар­ған ваҡытта мәкерле уйҙарын тормош­ҡа ашыралар. Бында йыйылған бай балала­ры уны тотоп алып, туҡмап, аҫып үлтерә.
Ишмырҙаны ошо тау итәгендә ерләй­ҙәр. Был тирәләге халыҡ тауҙы Ишмырҙа мулла тауы тип атай. Һуңынан уның атамаһын ҡыҫҡартып, Мулла тауы тип әйтә башлайҙар.

Мунсаҡ тауы

Ерҙә байҙар хакимлыҡ иткән ваҡытта була был хәл. Беҙҙең яҡтарҙа бер ныҡ хәлле кеше йәшәгән. Уның сибәр ҡыҙы була. Кәләшлеккә һорап, төрлө яҡтан яусылар килә. Тик ҡыҙға береһе лә оҡшамай. Һәр береһен ишектән бороп ҡайтарып торған, ти. Ә атаһы юлда йөрөгәндә һәр ваҡыт ҡыҙына бүләктәр алып ҡайтыр бул­ған. Балдаҡ, мунсаҡ, алҡа, кейем-һалым менән һандығы тулған. Бер заман уға ауылдың ярлы егете ғашиҡ була. Ҡыҙ ҙа оҡшатҡан. Улар осраша башлаған. Тик бай балаһын ярлыға бирергә теләмәй. Ныҡ йәне көйә. Шуға ла икәүһен дә үлтерергә ҡуша.
Егет менән ҡыҙ был көндө урманда осраша. Шунда уларҙы һағалап тороп, бай­ҙың кешеләре баҫтыра башлай. Ҡасып барғанда ҡыҙҙың яратып ҡына таҡҡан мунсағы ағасҡа эләгеп өҙөлә һәм ергә һибелә. Йыйып ултыр­ғанда бай ярандары арттарынан килеп етә һәм икеһен дә үлтереп китә. Был урынды Мунсаҡ тауы тип йөрөтә башлай­ҙар.

Ханҡала тауы

Бынан 250 – 300 йылдар элек Башҡорт­останда урыҫ байҙарының ҡыҫымына, башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы ҡаты яуҙар булған. Батша ғәскәре менән башҡорттар алһыҙ-ялһыҙ һуғышҡан. Тиңһеҙ алышта ныҡ ҡырылған беҙҙең халыҡ, күптәре ҡасып китергә мәжбүр бул­ған.
Шул осорҙа Ырымбур яҡтарынан бер хан үҙенең ғәскәре менән беҙҙең яҡтар­ға күсеп килгән. Ҡатыны ла бергә эйәр­гән. Ул ваҡытта беҙҙең яҡтарҙың тауҙары үтеп сыҡмаҫлыҡ ҡара урмандар менән ҡаплан­ған була. Хан иң бейеген һайлап, ғәскәре менән шул тауҙың мәмерйәләрендә ҡасып йәшәй башлай. Һунар итеп, емеш-еләк менән тамаҡ туй­ҙырғандар, яңынан яу күтәрер өсөн ҡоралдар әҙерләгәндәр.
Бер ваҡыт быларҙы эҙәрлекләп килеп, йәшеренгән урындарын күреп ҡалғандар. Тауҙың итәгендә ҡаты һуғыш булған. Хан да, ҡатыны ла яуҙа үлеп ҡалған. Һуғыштан һуң батша һалдаттары уларҙы шул тауҙың башына күмеп китә. Хушлаш­ҡанда: «Беҙ китәбеҙ, хан ҡала», – тигәндәр. Шул замандан алып был бейек тауҙы Ханҡала тип йөрөтәләр.
Бында аҙаҡ бик күп һуғыш ҡоралдары, уҡ-һаҙаҡтар табылған. Ғәскәр йәшенеп йәшәгән мәмерйәгә ингән урыны ла билдәле.

Таш йорт ҡаяһы

Бер көтөүсе егеттең бай ҡыҙына күҙе төшә. Тегенеһе лә уны оҡшата. Улар бергә донъя көтөргә вәғәҙәләшә. Егет байҙан ҡыҙҙың ҡулын һорай. Ул бейек ҡая-таш өҫтөнә өй һалырға ҡуша. Егет көн-төн арыу-талыу белмәйенсә эшләй ҙә эшләй. Бай уны ҡушҡан эшен башҡарып сыға алмаҫ, тип уйлай. Ләкин яңылыша, шуға күрә егетте үлтерергә ҡуша. Өҫкә менгәнен күҙәтеп торалар ҙа арҡанды ҡыр­ҡалар. Егет юғарынан бәйләнгән бүрәнәһе менән аҫҡа тәгәрәй.
Бай ҡыҙының һөйгән йәренән шулай ҡотола. Был ҡая-ташҡа «Таш йорт» тип исем ҡушалар.

Азалиә НАРЫНБАЕВА,
Баймаҡ районы, Күгиҙел мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code