Тамыры ныҡ ағас ҡоромай

Шәжәрә байрамында.

Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тиҙәр. Һуңғы йылдарҙа шәжәрәне өйрәнеүгә, ырыу байрамдарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан етәкселеге был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреп, төрлө саралар ойоштора.

Балаларҙы халыҡ байрамдары, йолалары менән таныштырыу, уларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән баш ҡалабыҙҙың 205-се балалар баҡсаһында Шәжәрә байрамы үтте.
Балалар баҡсаһы мөдире Алһыу Буранбаева унда ҡатнашыусылар­ҙы тәбрикләп, был сараның байрам ғына түгел, ә тарихи тамыр­ҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү икәнен билдәләне. Асаевтар, Нәҙершиндәр, Утарбаевтар һәм Әминевтәр үҙҙәренең шәжәрәһе менән таныштырҙы, яратҡан шөғөлдәре, аш-һыу­ҙары, ғаилә йолалары хаҡында бел­дер­ҙе.
Резеда һәм Илнур Әминевтәр – табын ырыуы вәкилдәре. Ғаилә башлығы туғыҙ быуынға тиклем төҙөлгән шәжәрә, ата-бабаларының шө­ғөлдәре менән таныштырҙы. Хужабикә иһә башҡорт милли ризыҡтары тураһында ғына түгел, байрамда ҡатнашыу­сыларға аш-һыу серҙәре, уларҙы әҙерләү тәртибе хаҡында ла һөйләне.
Айгөл менән Илгиз Асаевтар сығыштары менән Благовар тарафтарынан икән. Балалар баҡсаһына йөрөүсе ҡыҙҙары Аринаның моңло йырлауы бөтәһенә оҡшаны.
Регина һәм Анатолий Утарбаевтар музыкаль ғаилә булараҡ танылды. Ғаилә ағзаларының һәр береһе таланты менән айырылып торҙо. Матур итеп йырлау, бейеү менән бер рәттән, атай кеше алтын ҡуллы оҫта булыуын, хужабикә аш-һыу әҙерләүгә ма­һирлығын күрһәтте.
Баҡса мөдире Алһыу Буранбаева был ғаиләләрҙең өлгөлө булыуын, балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын билдәләне, улар­ға Маҡтау ҡағыҙҙары менән бергә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
– Хәҙер күп урындарҙа Шәжәрә байрамдары ойошторола, бик күптәребеҙ үҙенең ырыу, ара, нәҫел-нәсәбен, ата-бабаларының кем булыуын асыҡлап, ошоғаса белмәгән туған-тыу­масаларын таба. Ләкин байрамдар була ла үтә, ә ете быуын ҡәрҙәшеңде таныу, улар менән дуҫ, татыу булыу мө­һим. Беҙҙең бөгөн үткәрел­гән сарабыҙ ошоға дәлил, – тине ул тамаша аҙағын­да.
Халҡыбыҙҙа «Тамыры ныҡ ағас ҡоромай» тигән бик аҡыллы әйтем бар. Ысынлап та, тамыры ныҡ булһа, ул бер ниндәй ел-дауылға бирешмәй. Һәр бала бәләкәйҙән үҙенең тамырҙарын белеп үҫһә, ул да киләсәктә бер ниндәй тормош һынауҙары алдында юғалып ҡалмаҫ. Быуындар сылбыры өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән то­ра. Тамырҙарығыҙҙы онотма­ғыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелегеҙгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ. Туғандарығыҙға, халҡығыҙға кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ, йәшәгеҙ, йәме.

Әминә РАҠАЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code