Тамъяным барыбер матурыраҡ

Каникулды мин дә көтөп алдым. Сөнки сәйәхәттәр, мажаралар менән үтә ул. Хыялдар тормошҡа аша. Яңы уй-пландар барлыҡҡа килә. Етмәй ҙә ҡала каникул көндәре. Быйылғы өс айым да һиҙелмәйенсә үтеп китте.
Мәктәптә ойошторолған «Йәйләү» лагерында башланды ялым. Тамъян ырыуы баш­ҡорттары бит беҙ! Тарихты өйрәндек, йыр-бейеү буйынса ярышып, еңеү­ҙәр яуланыҡ, спортта ла алдынғылыҡты бирмәнек. Районыбыҙҙың иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡыл­дыҡ.

Ауылда өләсәйҙәрем йәшәй, туғандарым менән улар янына барырға ла өлгөрҙөм. Әлбиттә, ҡунаҡ ҡына булып ултырманыҡ инде, оло кешеләргә ярҙам да иттек. Баҡсалағы йәшелсәләргә һыу һиптек, ҡыйын утаныҡ.
Ә иң иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар алда көткән икән: атай-әсәйем беҙҙе алып, дуҫтары менән машинала Сочиға барасағыбыҙ тураһында һөйөнсө алды. Әҙерлек эштәре тамамланғас, 2 мең 250 саҡрым араға һуҙылған юлға сыҡтыҡ. Төрлө ҡала, ауылдар менән танышып, матур-матур урындарҙан уҙҙыҡ.
Бына данлыҡлы Волго­град­ҡа ла килеп индек. Ҡала ҙур, 1 миллион 13 меңдән арты­ғыраҡ кеше йәшәй икән. Был күр­һәткес буйынса илдә 15-се урынды биләй. 1925 йыл­ға тиклем атамаһы – Царицын, 1925 йылдан 1961 йыл­ғаса Сталинград була. Герой-ҡала. Граждандар һуғышы йылдарында Царицынды обороналауҙың һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы Сталинград алышының мөһим пункты Мамай ҡур­ғанында ла булдыҡ. Серпантин буйлап ундағы «Ил-Әсә саҡыра!» монументына күтәрелдек. Скульптураның бейеклеге – 85, ҡылыстың оҙонлоғо – 33 метр.
Ниһайәт, алдыбыҙҙа – Сочи. Бейек тау башында урынлаш­ҡан күп ҡатлы йорттар бик ҡыҙыҡһындырҙы. Беҙҙең фатир хужалары ябай, ҡунаҡсыл әрмәндәр ине. Баҡсаларын­да гранат, киви ағастары үҫә. Бөтә ерҙә таҙалыҡ, матур­лыҡ.
Футбол буйынса донъя чемпионаты барған көндәр ине. Кискеһен стадионда Рәсәй менән Хорватияның уйынын ҡарау бәхете тейҙе. Төнгө Сочи матур! Мзымта йылғаһы ярында урынлашҡан «Роза Хутор» тау шифаханаһына экскурсияға барҙыҡ. Буддистар­ҙың концерты бик оҡшаны.
Һәр көн һыу инергә йөрөнөк. 37 градус эҫелек булды бит. Мультфильм геройҙары пляжда дискотекаға саҡырыу ҡа­ғыҙҙары таратып йөрөй. Теләгән кеше менән фотоға ла төшәләр.
Һанаулы көндәр тиҙ генә үтеп тә китте. Беҙ Башҡорт­останыбыҙға ҡайттыҡ. Эйе, сит яҡтар матур. Әммә барыбер Тамъяныма, үҙебеҙҙең Дим буйҙарына етмәй.
Илфат МӘХИЙӘНОВ.
Миәкә районы,
Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code