Тамсыҡай

Нәҫер

Мәктәптән ҡайтып киләм. Көн шул тиклем йылы, зәңгәр күктә ҡояш көлә, тау баштарынан гөрләүектәр аға. Мин резина итектәр кейеп алғанмын да юл буйлап күләүектәрҙе тас та тос килтереп атлайым.

Шулай йыр дәресендә өйрәнгән йырҙы йырлай-йырлай тупһаға аяҡ баҫһам, башыма бер нәмә килеп төштө. Ипләп кенә алып ҡараһам, бәләкәй генә, ялтыр ғына тамсы, имеш.
– Мин – Тамсы! Яҙ килтереүсе! – тип телгә килде ул. Ә үҙем һушымды йыя алмай тик торам.
– Аптырама инде. Ана, тупһа алдындағы күләүеккә ебәрсе мине! – тип ялынды Тамсыҡай. Ҡулымды алға һуҙыуым булды, ул күләүеккә һикерҙе лә юҡҡа сыҡты. Мин уйға ҡалдым. Ошо бәләкәй генә күләүектә нисә тамсы бар икән? Бик күптер инде.

Тимур ҠОТЛОҒУЖИН, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Сыңғыҙ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code