Тамаша ҡыҙыҡ булды

Экология йылы тамамланып килә. Уға арнап беҙҙең «Толпар» балалар баҡсаһында, йомғаҡлау сараһы булараҡ, бәләкәй спектакль күрһәтелде. Билдәле урыҫ яҙыусыһы Иван Крыловтың «Сиңерткә һәм ҡырмыҫҡа» әҫәрен хәтерләмәгән кеше юҡтыр. Шул мәҫәл сәхнәләштерелде.

Ер йөҙөндәге һәр тереклек, һәр бер йән эйәһе, шул иҫәптән бөжәктәр донъяһы ла, йәйге осорҙа мәж килә. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, ҡәҙерен белеп ҡалырға, ҡышҡа әҙерләнергә кәрәк. Быны автор тырыш ҡырмыҫҡалар миҫалында күрһәтә. Йәйҙе күңел асып ҡына бер ғәмһеҙ үткәргән, кемгәлер ышанып, әҙерләнмәйенсә генә ҡышҡа инеп барған сиңерткә хатаһын аңлай, һуңлап булһа ла эшкә тотонорға һүҙ бирә. Был ролде бөтә нес­кәлектәре менән үтә лә оҫта баш­ҡарған Ләйлә Нәбиуллинаға: «Афарин!» – тип әйтәһе генә ҡала.
Мәктәпкәсә әҙерлек төркөмөнөң бәләкәс артистарының һәр образды тейешле кимәлдә аса белеүе, оҫта уйнауы ата-әсәләрҙе лә, килгән ҡунаҡтарҙы ла һоҡландырҙы. Был сараға балалар ентекле әҙерләнде, үҙҙәренә кос­тюмдар тектерҙе.
Мәҫәлде юғары кимәлдәге сәхнә күренешенә әүерелдергән тәжрибәле, эҙләнеүсән уҡытыусы – музыка етәксеһе Миңлегөл Миңнулла ҡыҙы Мерәҫоваға, тәрбиәсе Юлиә Солтан ҡыҙы Рәсүлеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уңыштар һеҙгә!

Альбина БАЙМОРАТОВА, тәрбиәсе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code