Таланттар ере

Башҡортостан – ғәзиз ерем… Йөрәккә яҡын да, ҡәҙерле лә, изге лә һин! Ошо һүҙҙе ишетеү менән күҙ алдыма туғандарым, дуҫтарым, гимназиям һәм тәү тапҡыр тәпәй баҫҡан тыуған яғым килеп баҫа. Шундай ҙа гүзәл ерҙә тыуғаныма, ғәзиз туған телемдә һөйләшә алғаныма сикһеҙ бәхетлемен. Бәләкәй сағымдан уҡ матурлығың, бөйөклөгөң күңелемә һеңгән, йомартлығың йөрәгемә күскән!

Мин сығышым менән ҡурҡыу белмәҫ батырыбыҙ Салауат Юлаев, күренекле башҡорт көрәшсеһе, бөтә донъяға билдәле тренер Харис Йосопов, бөйөк шағирҙар Рәми Ғарипов, Сафуан Әлибаев һәм башҡа шәхестәр тыуған Салауат районынан. Шундай ҙа матур ерҙә, әлбиттә, талантһыҙ кешеләр йәшәүе мөмкин түгел.
Беҙҙең яҡтың тәбиғәтенә, ысынлап та, һоҡланмаған кеше юҡтыр. Сылтырап аҡҡан йәмле Йүрүҙәнкәй үҙе генә ни тора! Зифа ҡайынлы урмандары, мәғрур ҡаялары – барыһы ла иҫ китмәле.
Әле мин баш ҡалабыҙҙың Фатима Мостафина исемен йөрөткән 20-се башҡорт гимназияһында белем алам. Был белем усағында балаларға төплө белем бирелә. Ошонда уҡыуыма бик ғорурланам һәм шатланып бөтә алмайым. Үҙ телемдә шиғырҙар, мәҡәләләр ижад итәм һәм улар төрлө республика матбуғаты биттәрендә донъя күрә.

Тыуған яғым – Салауатым

Таныш миңә төйәгемдең
Һәр бер сәскә, ҡыуағы.
Бында үтте ғәмһеҙ мәлем –
Күңелле бала сағым.

Ул ваҡыттар һаман иҫтә,
Уйлап әле һағынам.
Ҡайтһаң ине ошо мәлгә,
Урап кире тағы ла.

Руфина ЛОҠМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code