Юл күрһәтеүсе ҡаҙ

«Йәншишмә»нең 12-се һанында (25 март) Фәниә Шаһибалованың «Серле Һыуыҡбил» тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, элегерәк өлкәнерәк йәштәге ағайҙарҙың һөйләгәндәре минең дә хәтергә килеп төштө әле. Беҙҙең Йөйәк ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны (аҙаҡ байтаҡ йылдар вафатына тиклем ауылда мулла вазифаһын башҡарҙы) Иҫәнғәле бабай Шаһивәлиев менән бул­ған хәл был.

Аттар ниңә тиргә батҡан?

Инйәр йылғаһы буйлап барғанда Бирйән тамағынан өҫтәрәк Әбейүлгән тигән ерҙә лә серле ваҡиғалар, ғәжәп хәлдәр булғылаған, тиҙәр. Берештамаҡтан ҡайтып килгән әбей үлгән дә уны шунда күмгәндәр. Кешеләр был ерҙә йә аҙаша, йә икенсе яҡҡа сығып китә, йә күҙенә берәй нәмә күренә… Шул саҡта белгән доғаңды уҡырға кәрәк, ҡайһы саҡта ҡурҡмайынса һүгенеү ҙә ярҙам итә, имеш…