Таң йондоҙо кеүек

Әсәйемдең исеме – Таңһылыу. Таң йондоҙо кеүек яҡты, матур күңелле кеше ул. Уртаса буйлы.Түңәрәк йөҙө гел балҡып тора. Ҡара толомдары биленә тиклем етә. Нурлы һоро күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары ғына бал­ҡыған төҫлө. Кешеләргә ҡарата ярҙамсыл, итәғәтле, шуның өсөн үҙен дә хөрмәт итәләр.

Ҡәҙерлем көслө рухлы. Ауырлыҡтар алдында бер ваҡытта ла бирешеп бармай, һәр ваҡыт йылмайып ҡына тора. Атайыбыҙ мәрхүм булһа ла, беҙ уның юҡлығын тоймаһын өсөн бар көсөн һала. Бөтәбеҙҙе лә сыҙам, тырыш булырға өйрәтә.
Мин әсәйем менән ғорурланам, уның кеүек булырға тырышам. Апайым Айгизә, ҡустым Илназ менән үҙен бик яратабыҙ. Әсәйемә түҙемлек, бәхет кенә теләп торабыҙ.

Илгизә РӘХМӘТУЛЛИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Бурлы мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code