Таҙартыуың – бер яҡшы, бысратмауың – мең яҡшы!

Һыҙылып ҡына таң ата. Бар донъя уяна. Ошо мәлдә ҡояш бөтә тирә-яҡты наҙлап уята башлай. Үләндәрҙә ысыҡ тамсылары ынйы кеүек ялтырай. Тирә-яҡҡа сәскә еҫтәре тарала. Рәхәтләнеп, иркен итеп тын алаһың. Ошондай матурлыҡты күреп, күңелдәр күтәрелә, йәшәү көсө арта.
Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Кешегә иң ғәзизе – әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң тәмлеһе – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй, иң йәмлеһе – тыу­ған тәбиғәтең. Минең ауылым Бикбулат – Күгәрсен районындағы иң матур ауылдарҙың береһе. Халыҡ та бер­ҙәм, татыу, бер туғандар кеүек йәшәйбеҙ.

Кешеләре генә түгел, тәбиғәтебеҙ ҙә бай, төрлө һәм бик йомарт. Беҙҙә бейек тауҙар ҙа, киң яландар ҙа, мәмерйәләр ҙә күп.
1989 йылда ауылдашыбыҙ, билдәле яҙыусы Шакир Янбаев Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримде ҡунаҡҡа алып ҡайта. Бикбулат халҡы данлыҡлы шәхестәрҙе бик ихлас ҡаршылай, ауыл клубында осрашыу үткәрелә. Ошо ваҡиғанан һуң Мостай Кәрим «Бикбулатҡа йыр» тигән шиғырын яҙа.
И, Бикбулат, Шакир атлы дуҫым
Тыуып үҫкән төйәк!
Хайран ҡалып һиңә ҡарап торам
Ике күҙем төбәп.
Тауҙар моңон, дәртле тауҙар йырын
Йырлап аҡҡан Эйек,
Сәләм бирәм һиңә, сәләм бирәм
Баштарымды эйеп.
Төрлө илдәрҙе, матур төбәктәрҙе күп күргән шағирҙың тыуған ауылыбыҙға биргән баһаһы, әлбиттә, бик юғары. Ошо матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күргән кеше генә шундай шиғыр яҙа алыр.
Тәбиғәтебеҙ иҫ киткес гүзәл шул. Шуның өсөн дә яҙҙан алып көҙгә тиклем төрлө яҡтарҙан кемдәр генә килеп китмәй беҙҙең яҡҡа. Эйәрлетау эргәһендәге ҡарағайлыҡ ял итеүселәр менән гөрләп тора.
Бөтә донъя аҡса ҡолона әйләнеп, һәр нәмәнән табыш алған ваҡытта ситтән килгәндәр рәхәтләнеп бушҡа ял итә. Ауылдаштарым һаман ябай, йомарт булып ҡала килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял итеүселәр араһында төрлө кешеләр осрай. Ҡай­һы берҙәре үҙҙәренән һуң быяла ҡалдыҡтары, кәнсир һауыттары ҡалдыра. Ошо ваҡытта өләсәйемдең әйткәне иҫкә төшә: «Таҙартыуың – бер яҡшы, бысратмауың – мең яҡшы». Билдәле булыуынса, быяла бер ваҡытта ла серемәй. Ул эҫе көндө ҡояшта ҡыҙып ятып, ҡоро япраҡтарҙы тоҡандырып ебәргән саҡтар ҙа осрай. Кәнсир һауыты ла 400 йылдан һуң ғына тарҡала башлай.
Беҙҙең һәр беребеҙ тәбиғәтте һаҡлауға үҙң өлөшөн индерә ала һәм шулай итергә тейеш тә. Һыу буйында сүп-сар ҡалдырмау, ағас ботаҡтарын һындырмау, сәскәләрҙе өҙмәү, шифалы үләндәрҙең тамырҙарын йолҡмау, шишмәләрҙе бысратмау – был эштәрҙе ял итергә килеүселәр үҙҙәренә ҡағиҙә итеп алһын ине.
Тәбиғәтте һаҡлау буйынса беҙҙең ҡулдан килгән тағы ла бер эш – ул ағастар ултыртыу. Урман – үҙенсәлекле тәбиғәт байлығы. Ағас – төҙөлөш материалы, ҡағыҙ, яғыулыҡ. Шулай уҡ ул һауаға кислород бүлеп сығара. Йәйге эҫелә ышыҡланыу сараһы ла. Әлбиттә, дауа ла, иҫ киткес ҡиммәтле хазина ла.
Башҡорттарҙың фекере буйынса, ағас – йәшәү символы. Тамыры – халыҡтың үткәне, рухи байлығы – туп­ланған өлөшө, олоно – бөгөнгөһө, ботаҡтары – киләсәгебеҙ.
Һәр беребеҙ икешәр ағас ултыртһаҡ та, күпме урман үҫер һәм бер нисә йылдан ул шаулап ултырыр. Йыл һайын шишмә, йылға буйҙарын таҙартып сыҡһаҡ, донъябыҙ йәшеллеккә күмелер ине. Мин тиҫтерҙәремә, иптәштәремә шуны әйткем килә: тәбиғәт байлығын арттырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйек. Ер яҙмышы, тәбиғәтебеҙҙең киләсәге – беҙҙең ҡулдарҙа, дуҫтар!

Дилә ҒӘББӘСОВА, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.
Күгәрсен районы, Мораҡ башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code