Таҙалыҡ – үҙебеҙ өсөн!

Быйыл тәбиғәтте һаҡлау буйынса төрлө акциялар, өмәләр йыш үткәрелеп тора. Беҙ, уҡыусылар ҙа, бындай сараларҙан ситтә ҡалмайбыҙ.

Беҙҙең Өфө мәктәбенең производство бригадаһы уҡыусылары «Таҙа яр» акцияһын­да ла ҡатнашты. Мәктәп ашханаһында ир­тән­ге ашты аша­ғандан һуң, үҙебеҙ менән тоҡ­тар алып, дәррәү генә юлға сыҡтыҡ. Әли­бай, Рафиҡ ауылдарын үткәс, Таналыҡ йыл­ғаһы буйына төшөп, эшкә тотондоҡ. Һыу инергә, ял итергә килгән кешеләрҙең бик күп ҡый ҡалдырыуы, әлбиттә, күңелде ҡыр­ҙы. Сөнки ауылыбыҙҙың, йылғаның килә­сәге – беҙҙең ҡулда, ә таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк.
Арып-талып, ләкин күңелле кәйеф менән белем усағыбыҙға ҡайтыуыбыҙға ашхана­быҙҙа тәмле төшкө аш көтә ине. Беҙ шулай тәбиғәтте һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә­беҙ.

Наҙгөл МӨХӘМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Хәйбулла районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code