Төштәремә керәһең…

Донъялағы иң яҡын кешемде юғалтыуыма быйыл өс йыл була. Яман сир уны яҡты донъяларҙан алып китте. Миңә яҙмыш һынауҙарын шулай иртә татырға яҙғандыр, күрәһең…
Әсәйем ҡосағында илгәҙәк, алсаҡ бала була торғайным. Ул саҡта күп нәмәне аңлап та етмәгәнмен кеүек. Әсәйемде ныҡ һағынам, юҡһынам. Татлы төштәремә инеп, минең менән һөйләшә, уның менән серҙәремде бүлешәм.

Әсәй! Бөгөн тағы ла һине төшөмдә күреп уяндым… «Ҡыҙым», – тип наҙлап ҡына өндәштең. Иңдәремдә һинең йылы ҡулдарыңды тойҙом. Тәмле аштарыңдан, йылы һүҙҙәреңдән иреп киткәндәй булдым. Тик күҙҙәремде асһам, бер аҙ ҡайҙа ятҡанымды аңламайыраҡ торҙом:
Ожмах ҡоштай осоп кил дә, әсәй,
«Ҡыҙым», – тиеп кенә өндәшсе.
Әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәреңде
Төштәремдә генә әйтһәңсе.
Төштәремә инсе, әсәкәйем,
Кәңәштәрең алып бөтмәнем.
Һиңә булған оло һөйөүемдең
Бөтөүен мин һис тә көтмәйем.
Әсәйҙәр байрамы етһә, күңелем болоҡһой. Ғәзиз кешемде иҫләп, уйҙарға сумам….
Әсәй! Ниндәй сихри көскә эйә был һүҙ! Баш осондағы алсаҡ ҡояш төҫлө, шифалы нурҙары менән күңелде йылытыусы. Ғорур ай кеүек ҡур­ҡыныстарҙан ҡурсалаусы, бәләләрҙән йолоусы. Ҡараңғы төндәрҙә йондоҙҙар нисек юл күрһәтеп торһа, һин, әсәй, яңылышҡан саҡтарыбыҙҙа дөрөҫлөктө табырға, бар бысраҡлыҡтан юғары ҡалырға ярҙам итә торғайның. Кешенең иң яҡын, иң изге, иң ғәзиз кешеһе берәү була. Ауырыған саҡтарымда төн йоҡоларын йоҡламай, янымдан китмәй, шифалы ҡулдарың менән дауалай инең. Әсәйем тураһында ябай ғына итеп һөйләй алмайым. Ҡулдарым үҙҙәренән-үҙҙәре ҡәләмгә тотона, шиғыр юлдары һирпелә башлай:
Төштәремдә ҡошсоҡ кеүек осоп,
Менгем килде ҡая тауҙарға.
Һомайғоштай йондоҙҙарҙы тотоп,
Бәхет йырҡайҙарын йырларға…

Лилиә БИКБУЛАТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code