Тәтәй күпер

«Тәтәй күпер» риүәйәтен 1910 йылғы Мәүлетдин Сәхәбиев олатайҙан Ләлә Абзалова 1997 йылда яҙып алған: «Пугачёв еңелгәс, Екатерина II бөтә көсөн Башҡортостан ерендәге Салауат яуын баҫтырыуға йүнәлтә. Ауылыбыҙҙың үткеһеҙ ҡуйы урмандарын киҫеп, тәрән йылға аша ғәскәр ҡаршылыҡһыҙ сыға алһын өсөн күпер һалырға кәрәк була. Уны бик тиҙ өлгөртәләр. Ҙур таштарҙан тигеҙ итеп һалынған, фонарҙар менән яҡтыртылған күпергә һоҡланып, ауыл халҡы Тәтәй күпер тип исем ҡуша».

Был риүәйәттең дөрөҫлөгөн архивтан алынған документтар дәлилләй.
Емельян Пугачёвтың Василий Торнов исемле ышаныслы командиры Бишҡурайҙан яҡын ғына үткән Ҡазан даруғаһы тип атал­ған рәсми булмаған административ биләмәлә ихтилал ойошторған. Елдаш Ишболдин, Ишкилде Иш­мыр­ҙиндарҙың да отрядтары Василий Торнов етәкселегендә яуға күтәрелгән. Ишкилде Ишмыр­ҙин хөкөмгә тарттырыл­ған, Өфө зинданына ябылған.
Рапорттан күренеүенсә, Бишҡурайҙа бик ҡаты һуғыштар булған. Каратель отряды ихтилалсыларҙы беҙҙең ауыл осондағы урман юлы буйлап ҡыуып бар­ған. Ул арба юлы әле лә бар, йылға хәҙер һайыҡ­ҡан инде, күпер ҙә шунда һалынған булған. Беҙ­ҙең ауылдағыһы емерелеп бөткән, ә шул юл буйлап 10 саҡрым өҫтәрәк, йәғни Шаран районында шундай уҡ күпер әле лә тарихи ҡомартҡы булып һаҡлана. Уҙған йыл экскурсияға барып, уның матурлығын үҙебеҙ ҙә күреп ҡайттыҡ.

Айгөл ҒӘЙФУЛЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code