Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү

Башҡортостан депутаттары яңы ҡанун сығарҙы. Хәҙер балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия талаптарын үтәмәгән өсөн штраф түләтә башлаясаҡтар. Һүҙ үҫмерҙәр һәм балалар араһында тәртип бо­ҙоу­ҙарҙы иҫкәртеүҙең мөһимлеге тураһында бара.

Прокурор тикшереүҙәре күрһәтеүенсә, балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙың ҡарарҙарын инҡар иткән осраҡтар йыш була икән. Ә хоҡуҡ һаҡсыларының ошоғаса таяныр ҡануны булмаған. Парламентта аң­латыуҙарынса, бынан ары ҡарар­ҙы үтәмәгән өсөн физик шәхес­тәр – 1 – 2 мең, юридик ойошмалар 5 – 7 мең штраф түләйәсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code