Тәнәфес оҙайырмы?

Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡала мәктәптәрендә тәнәфес ваҡытын оҙайтыу тураһында тәҡдим яңғыраны. Был бер сменала уҡыу көнөнә күсеүгә бәйле. «Өфөләге мәктәп ашханаларына йөкләмә артты. Балалар төплө итеп туҡланып өлгөрмәй, был уларҙың һаулығында насар сағылыш таба, – тип билдәләне баш ҡаланың эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығы начальнигы Луиза Макшукова. – Ҡаланың мәғариф идаралығы менән берлектә бер сменалы режимда эшләгән белем биреү учреждениеларында туҡланыу өсөн тәнәфес ваҡытын арттырырға тәҡдим итәбеҙ. Әле тәнәфестәр 10 – 15 минутлыҡ ҡына».

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code