Тәмле лә, файҙалы ла

Һүҙебеҙ ҡаҡ тураһында. Баш­ҡорт­тар уны алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һәм баш­ҡа төрлө емеш­тәр­ҙән ҡоя.
Әйҙәгеҙ, был тәмле­кәсте алманан үҙе­беҙ әҙерләп ҡарайыҡ. Теләһәгеҙ, банан ҡушырға ла мөмкин. Ә улар магазиндарҙа йыл әйләнәһенә һатыла. 1 килограмм алмаға шунса банан кәрәк буласаҡ.

Алманың тышын әрсеп, үҙәген алабыҙ ҙа бик ваҡ итмәй генә турайбыҙ, бананды ҡабығынан таҙартабыҙ. Блендерҙа ваҡлағас, 3 аш ҡалағы арахис йә грек сәтләүеге ҡушырға мөмкин.
Хәҙер ҡалай табаға силикон коврик түшәйбеҙ ҙә (йәбешмәһен өсөн) әҙер массаны шунда ҡоябыҙ. Тигеҙ итеп йәйгәс, духовканы 60 градусҡа тиклем ҡыҙҙырып, 12 сәғәткә шунда ҡуябыҙ. Һыуы парға әйләнеп сыҡһын өсөн мейестең ҡапҡасын ныҡлап япмайбыҙ.
Емеш-еләкте бешереп, һөҙөп, иләк аша үткәреп, майланған таҡтаға йоҡа ғына итеп йәйеп ҡуйып, саф һауала киптерергә лә мөмкин.
Әҙер ҡаҡты төрәләр һәм сәй табынына ҡуялар. Шулай уҡ тәм биреү өсөн сәйгә һалалар, туй сәксәген биҙәйҙәр. Ураҙа ваҡытында ҡаҡ менән ауыҙ ҙа асалар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code