Тәмле дәрес

Дмитрий Кашигин исемендәге 13-сө мәктәптең III «В» синыфында бик ҡыҙыҡлы хеҙмәт дәресе үтте. Ул Көньяҡ Урал халыҡтарының дуҫлыҡ фестиваленә арналғайны. Балалар менән бергә «Аҡ инәй» клубы ағзалары ла ҡатнашты унда.

Һәр кем алъяпҡыс, башына ҡалпаҡ кейгәйне. Һәр береһенең алдында – таҡта, уҡлау, он, ҡамыр һәм бәлеш өсөн эслек. Кескәйҙәр өләсәйҙәр ярҙамында үҙҙәре ваҡ бәлеш яһаны. Эш айышына тиҙ үк төшөндөләр һәм бер аҙҙан мейескә бешерергә лә ҡуйҙылар. Бәлеш бешкәнсе ағинәйҙәр Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар, уларҙың һәр береһенең милли кейеме, милли аш-һыуы барлығы тураһында һөйләне.
Төрлө уйындар ҙа уйнанылар. Дәрес буйы башҡорт халыҡ көйҙәре яңғырап торҙо. Ә аҙаҡ инде үҙҙәре бешергән ваҡ бәлештәр менән һыйландылар.
Дәрес-байрам шәп үтте. Бындай саралар балаларҙа бүтән халыҡтарға, йолаларына, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләй. Үҙенә дуҫ һайла­ғанда, кеше уның ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәүен, тамырҙары ҡай­ҙан икәнен, ниндәй йолаларҙы һаҡлағанын белергә тырышырға тейеш.

СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕНЕҢ
МЕЙӘС ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code