Тәкәл тауы

Беҙҙең гүзәл Йәнтеш ауылының ҡап уртаһында тирә-яҡты йәмләндереп, Тәкәл тауы ғорур баҫып тора. Ул йыраҡтан килгән юлсыларҙы сәләмләп ҡаршы ала һәм хушлашып оҙатып ҡала кеүек. Йәй көнө та­уыбыҙ аллы-гөллө сәскәгә күмелә, ә ҡышҡыһын ап-аҡ юрғанға төрөнә. Уның башынан ауылыбыҙҙың бөтөн күркәмлеге күренә. Йәй ҙә, ҡыш та балалар тауҙа уйнай, ҡышҡы ҡарлы көндәрҙә рәхәтләнеп сана, саңғы шыуалар. Һәр байрамда ла, туйҙар­ҙа ла кешеләр Тәкәлгә менмәйенсә ҡайтмай. Был инде йолаға ла әйләнгән.

Яңыраҡ ауылыбыҙҙан сыҡҡан оҫта ҡуллы Аҡъяр тау колледжы директоры Рәмил олатай Арыҫла­нов тауға матур итеп ағастан эшлән­гән бөркөт һыны ултыртты. Хәҙер ул барыһының да фото төшөргә яратҡан бер урынына әүерелде.
Ни өсөн тауҙы Тәкәл тип атайҙар һуң? Әйҙәгеҙ, һеҙгә уның тарихын һөйләйем.
Бынан 200 йыл элек беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер ырыу булып йәшәгән. Тик татыу ғына донъя күреп ятҡанда ике ҡәбиләнең аҡһаҡалдары ыҙғышып китә. Хәл ҡатмарлаша, бергә йәшәү мөмкин булмай. Әммә был гүзәл ерҙе ҡалдырып, берәүҙең дә киткеһе килмәй. Ахыр сиктә, шундай ҡарарға киләләр: ике ҡәбиләнең батырҙары алыш­ҡа сыға. Ҡайһыһы еңелә, шулар алыҫ­ҡа китергә тейеш, ә кемдәр еңә, шулар был ерҙә ҡаласаҡ, тигән шарт ҡуйыла. Һәр ҡәбиләнең үҙ батыры булған: Тәкәл һәм Ҡорай. Улар ярышты тау башында үткәрергә ҡарар иткән. Тәкәл еңә башлаған. Ҡорай батыр быға бик ныҡ асыулана һәм дәғүәсеһен уҡ ярышына саҡыра.Тәкәл батыр ризалаша. Батыр бар ярышта ла ал бирмәгән булған. Ул туғандары менән хушлашып, ата-әсәһәнең фатихаһын алып, юлға сыға. Был ваҡытта Ҡорай батыр таш артында йәшенеп ятҡан була. Тәкәл батыр асыҡ ергә сыҡҡас, уны уҡ менән атып үлтереп, үҙенең мәкерле уйын тормошҡа ашыра.
Тәкәл батыр тау башында үлә, шуға ла уны халыҡ ошонда ерләй. Ә тауҙы батыр хөрмәтенә Тәкәл тип йөрөтә башлайҙар. Ҡорай батыр ҡәбиләһе күрше ырыу нәфрәтенән ҡурҡып, был урындан күсеп китә.
Бер нисә йыл элек ошо тарих буйынса сценарий яҙылып, район телевизион фестиваль барышында сәхнәләштерелеп, тау битендә халыҡҡа күрһәтелде. Батыр хөрмәтенә, баҡыйлыҡҡа күскән ауыл­даштарыбыҙ рухына аят та уҡытылды.

Алтынай МОТАЛОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Йәнтеш ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code