Тәбиғәттең серҙәре күп

Күсейемдең күркәм ере – Йәнтәл тауында торам. Сәстәремде сихри ел ҡуҙғыта. Алтын ҡояш та мине иркәләй. Күҙҙәремде йомам. Эй, ниндәй рәхәт! Ипләп кенә күҙҙәремде асам. Әле генә йәп-йәшел булған ҡайындар алтындай һары төҫкә ингән – ҡояш төҫөнә.
Эй, тәбиғәтем, мине ашатҡан, кейендергән, йәшәткән тәбиғәтем, рәхмәт һиңә!

Мин уйҙарға сумам. Кеше өсөн тәбиғәттең әһәмиәте бик ҙур. Ул беҙгә мамыҡ, йөн, ағас, металл, күмер, нефть, аҙыҡ һәм тағы ла бик күп нәмәләр бирә. Үҙенең матурлығы менән шатландыра һәм һоҡландыра. Япраҡтар­ҙың һәм үләндең йәшел төҫө кешене тынысландырыуын, арығанлыҡты бөтөрөүен беләһеңме? Эйе, тәбиғәт беҙҙең һаулыҡты ла һаҡлай. Йәйгеһен асыҡ һауала уйнап, йылғала һыу инеп, үҙебеҙгә күпме көс-дәрт алдыҡ. Ҡышҡы урманда саңғыла йөрөү ҙә сыныҡтыра.
Тәбиғәтте яратыу, уның тураһында хәстәрлек күреү кешене изге күңелле итә. Уның серҙәре бик күп, тик төшөнә, аңлай белергә кәрәк!

Зөлфиә ӘХМӘТОВА, III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Күсей мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code