Тәбиғәт тә үс аламы?

Беҙ – тәбиғәт балалары, тип әйтергә яратабыҙ. Эйе, ун­һыҙ кем мин, һин, ул – барыбыҙ ҙа? Йәшәй алабыҙмы тәбиғәт­һеҙ? Юҡ, юҡ, тағы ла бер тапҡыр ЮҠ! Үҙебеҙҙе КЕШЕ, күпте белеүсе, ҙур эштәр ҡыйратыусы итеп беләбеҙ һәм күрһәтәбеҙ. Беҙ өйҙәр төҙөйбөҙ, машиналар эшләйбеҙ, картиналар яҙабыҙ, көйҙәр ижад итәбеҙ. Йә, ҡай­һыһы уларҙың тәбиғәттән башҡа барлыҡҡа килә?! Көй яҙырға, рәссам булырға кешене ул рухландыра, һүрәтте буяр өсөн буяуҙы ла, йырҙы йырлар өсөн илһамды ла унан алабыҙ. Өй һалыу өсөн төҙөлөш материалдары ла – тәбиғәттән. Юҡҡа ғына: «Үҙ ғүмерендә кеше ағас ултыртыр­ға, йорт һалырға, бала тәрбиәләргә тейеш», – тимәйҙәр бит. Был һүҙҙәрҙә тәрән фәлсәфәүи аҡыл ята. Өй төҙөйҙәр, бала ла үҫтерәләр, ә бына йыш ҡына ағас ултыртырға оноталар. Ул булмаһа, тимәк, йортоң юҡ. Ә бына ағас ултыртырлыҡ, алдағыһын хәстәрләрлек бала тәрбиәләмәһәң, киләсәгең юҡ инде.
Эсәр һыуыбыҙҙы, ҡояш йылыһын, иген үҫтерергә уңдырышлы тупраҡты, иркен тын алыр­ға саф һауаны тәбиғәт бирә. Бер ҡасан да уны һаҡларға, яҡларға, рәхмәтле булырға тейешлегебеҙҙе онотмайыҡ!

Уйлап ҡына ҡарағыҙ: әлеге көнгә 107 төр һөтимәр, 60 төр ҡош Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юғалған. Шуларҙың 53-ө төрлө шарттарҙа йәшәй алмай юҡҡа сыҡһа, 114-е – кеше ғәйебе арҡаһында. Әле лә 600-гә яҡын хай­уанға үлеп бөтөү ҡурҡынысы янай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ ҙә, беҙҙән һуң киләсәк быуын да тарпандарҙы, ҡырағай ишәкте, гигант ламаны, мәмерйәләрҙә көн күргән арыҫландар­ҙы, күк антилопаны күрә алмаясаҡ. Ҡоштарҙан тик турғай­ҙарҙың ғына ла 25 төрө, сыйырсыҡтарҙың 4 төрө юҡҡа сыҡҡан.
Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була. Һуңғы йылдарҙа ғалимдар «экология», «тәбиғәтте ҡотҡарыу мотлаҡ» тип саң ҡаға. Һирәк ҡалған хайуандарҙы, ҡоштарҙы, ҡорттарҙы, балыҡтарҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлап ҡалырға тырышалар. Төрлө ойошмалар әүҙем рәүештә эш алып бара. Бөтә Рәсәй Тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһының булдырылыуына 2014 йылда 90 йыл тулды. Уның тарихында ҡыҙыҡлы факттар ҙа йыйылып һаҡланған. Кешеләр элек тәбиғәтте ҡәҙерләгәндәр. Мәҫәлән, 1674 йылда батша балыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу һәм үрсетеү йәһәтенән ике йылға балыҡ тотоуҙы тыйған. Бөгөн иһә ҡармаҡ менән балыҡ тотоусы ла һирәк. Ау менән һөҙәләр, динамит шартлатып, шаңҡытып йыйып алалар. Уларҙы телевизор экрандарынан күрһәтеп, фашлау ҙа, ҙур күләмдә штраф һалыу ҙа ҡур­ҡытмай, шикелле. Яҙҙың тәүге сәскәләре – умырзаялар хәүеф аҫтында, өҙөргә ярамай, тип һөйләйҙәр. Ә барыбер Өфө урамдарында уларҙы һатып ултырыусылар була. Кеше нәфсеһен тыя алмай – Яңы йыл алдынан шыршы ҡырҡа, һунар тыйылған йәнлектәргә ата…
Ә бит ҡурҡыныс, төҙәтелгеһеҙ хаталар еребеҙ тарихында күп. Фукусима, Чернобыль… Чернобылдә радиация «ярҙамында» үҫкән гигант бәшмәк һәм алмалар, шул һәм унан һуңғы осорҙа тыуған ике башлы быҙауҙар, биш тәпәйле ҡуяндар, ә иң шомлоһо – зәғиф балалар кеше яңылышыуҙарының ҡот осҡос һәләкәткә килтереүе хаҡында иҫкәртә. Ғалим-генетик Коноваловтың күҙәтеүҙәрен уҡыһаң, фотоларын күрһәң, сәстәр үрә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ни тиклем ваҡыт уҙһа ла, мутацияға бирелгән хай­уандар, зәғиф булып тыуған балалар: «Кешеләр, туҡтағыҙ! Һәр аҙымығыҙҙы уйлап эш итегеҙ! Ерҙе, тәбиғәтте һаҡлағыҙ! Ғүмер буйына һалынған ҡанундарҙы боҙмағыҙ!» – тигән кеүек…
Тыуған еремде мин сикһеҙ яратам. Баш­ҡортостанымдың тәбиғәтенә һоҡланып туя алмайым. Беҙҙә генә мәғрур тау­ҙар, мул һыулы йылғалар, сикһеҙ далалар, осо-ҡырыйы күренмәгән баҫыу­ҙар, төпһөҙ күлдәр бар кеүек. Йырҙарҙа йырланған, легендаларҙа данланған хозур ерҙәребеҙгә сит-яттарҙың да күҙе ҡыҙа. Ирек­һеҙҙән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тип әйтке килә… Урмандарҙың байтаҡ ере ҡуртымға бирелгән, яландар һатылған. Тәбиғәтебеҙҙең матурлығы, билдәле урындары ҡырағай туристарҙы йәлеп итә. Улары, үҙ сиратында, усаҡтар яғып, еребеҙҙең битен өтә, сүп-сар ташлай, эсәр һыуыбыҙҙы бысрата. Тап ошо урында статистик факттар килтереү ҡамасауламаҫ. Планетаның һәр бер кешеһенә йылына 1 тонна сүп-сар тура килә. Бында ҡағыҙ, металл, пластик, аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары инә. Әгәр ҙә улар эшкәртелмәһә, утилизацияға китмәһә, йылына 5 миллиард тонна сүп тауы өйөлә. Беҙ ғаиләбеҙ менән йыш ҡына өләсәйемә, Салауат районына, ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Силәбе трассаһында юл буйы тулы ҡағыҙ, пластик шешәләр, машина тәгәрмәстәре, полиэтилен пакеттар күңелде ҡырып, кәйефте төшөрөп ята. Бер кем таҙартмай, бер кемгә бер ни кәрәкмәй. Ә, икенсе яҡтан ҡараһаң, уларҙы ташлаған кешеләргә оят түгелме?
Тағы ла туристарға әйләнеп ҡайтам. Ҡаяларға, таштарға исемдәрен яҙып «мәңгеләштерергә» ярата улар. Был ҡырағайлыҡ менән хатта Башҡортостан телевидениеһының «Эҙәрмән» («Следопыт») тапшырыуы көрәшә. Ирекмәндәр ярҙамға килә. Улар араһында минең тиҫтерҙәрем дә бар. Был – бик ҡыуаныслы хәл. Тыуған еребеҙ тәбиғәтен һаҡларға Башҡорт­остандың «Ҡыҙыл китабы» ла булышлыҡ итә. Ул өс томдан тора. Яҡлауға мохтаж үҫемлектәр, ылымыҡтар, төрлө бәшмәктәр, йәнлектәр, ҡоштар һәм балыҡтар ингән был китапҡа. Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн ҡурсаулыҡтар, милли парк­тар асыл­ған.
Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә барыуым мәңгелеккә иҫемдә ҡалыр, моғайын. Уны күреп, ер аҫты йыл­ғаһының һыуын эсеп ял иткәндән һуң, Ҡолғонаға ҡунаҡҡа киттек. Был ауыл ҡурсаулыҡ биләмәһенә инә икән. Иң аптыратҡаны ла, һоҡландырғаны ла шул булды: кеше тәбиғәттә, тәбиғәт менән берлектә һин дә мин йәшәп ята. Ауылға инер өсөн ҡапҡа асырға машинанан төшкәйнем, алдымдан ашыҡмай ғына, бында мин хужа, тигәндәй, ҡара йылан шыуышты. Арыраҡ яланда торналар бейегәнен күреп, хайран ҡалдыҡ. Ағас башындағы туҡылдаҡ тумыртҡаға иҫебеҙ китеп торһаҡ, һеңлем: «Ҡуян, ҡурҡаҡ ҡуян!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Сабып барған ҡуянға ҡарап: «Ай-һай, ҡур­ҡаҡҡа оҡшамаған былар береһе лә», – тип көлөштөк. Туғандарыбыҙға һөйләгән инек: «Айыу сыҡманымы һаулыҡ һорашыр­ға?» – тип йылмайҙылар.
Ҡурсаулыҡта хатта бер сәскәне лә өҙөргә ярамай икән. Бәлки, шуғалыр ҙа, үҙҙәренең ҡәҙерле икәндәрен тойоп, йәнлектәр иркенләп йөрөйҙөр. Минең өсөн ул ауыл ожмах утрауылай тойолдо. Эх, шулай берлектә йәшәһәң ине!
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләрҙең йүнһеҙлеге арҡа­һын­да урмандар яна, ҡоштар ояларын ташлап китә, йәнлектәр ҡырыла. Тәбиғәт тә кешеләрҙән үс ала: йә ҡоролоҡ, ямғыр яумай, йә, киреһенсә, һыу ташып, ауылдарҙы баҫа, баҫыуҙарҙы йыуа.
Был «алыш» кеше тәбиғәтте ҡәҙерләргә өйрәнгәнсе барыр һымаҡ. «Уянығыҙ, кешеләр! Тәбиғәтебеҙ һәләк була бит! Үҙебеҙ юҡҡа сығабыҙ. Беҙ тәбиғәтһеҙ йәшәй алмаясаҡбыҙ!» – тип ҡыс­ҡырғым килә. Мине ишетһендәр ине…

Дим ТОЛОМБАЕВ.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code