Тәбиғәт ҡосағында

Ҡояш ҡыҙҙыра, һауа торошо шәп. Иртән иртүк өсәүләп – мин, әсәйем, атайым тәбиғәт ҡосағына сығып әйләнергә булдыҡ. Ҡайынтауға барып етер-етмәҫ уның буйлап сылтырап ҡына ағып ятҡан шишмә тауышын ишеттек. Яҡынлашҡан һайын моңло көйө көсәйә төштө.
Әйткәндәй, был һыу сығанағы бөтә Рәсәй буйлап иғлан ителгән «Таҙа шишмә» акцияһы үткәреләсәк исемлеккә индерелде. Ошо уңайҙан төҙөкләндереү эштәре алып барыласаҡ. Хатта Күмертау ҡалаһынан эксперттар ки­леп, таҙалығын тикшереп китте.

Шишмәгә төшөп, һыуын эсеп, ҡул-биттәрҙе йыуып алғандан һуң, шул хәтлем рәхәт булып ҡалды. Килгән ҡунаҡтар юҡҡа ғына унан ауыҙ итмәй ҡайтмай икән. Һыуы һыуыҡ, эҫе көндө һыуһынды ныҡ ҡандыра.
Бара торғас, баяғы шишмә ҡушылған ҙур ғына Тасы йыл­ғаһына еттек. Уның һыуы күпкә йылыраҡ ине. Көн эҫе булғас, һыу кисеп сығырға булдыҡ, аяҡтар ҙа ял итеп алды. Бындағы матурлыҡты әйтеп бөткөһөҙ: ҡоштар һайрай, бөтә тирә-йүнгә сәскәләрҙең хуш еҫтәре тарал­ған. Тыуған яғыбыҙҙың күркәмлегенә һоҡлана-һоҡлана, ошо йылға буйында ултырып, бәләкәй генә табын да ойоштороп алдыҡ.
Тәбиғәт ҡосағында рәхәтләндек кенә.

Гөлфиә КИЛСЕНБАЕВА.
Күгәрсен районы, Яңы Хвалын мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code