Тәбиғәт ҡосағында мунса индем

Һәр ваҡыттағыса, йәйге каникулым быйыл да иҫтәлектәргә бай булды. Атайым менән әсәйемә рәхмәт инде, улар ялды матур итеп ойоштора белә шул. Телевизор, компьютер алдында ултырманым, ә илебеҙҙең иҫ китмәле урындарына сәйәхәт иттек.
Каникулымдың күңелле көндәре Төркиәлә башланды. Мармарис ҡалаһында, Эгей диңгеҙе буйында ял иттек. Һыуы таҙа, матур урын. Элек диңгеҙ буйында ял итеү минең өсөн йылы ҡояш, һап-һары ҡом, тоҙло һыу ғына булып күренһә, быйыл уны икенсе яҡтан да астым.
Төркиәлә бейек-бейек тау­ҙар бар, пальмалар ғына түгел, шыршылар ҙа үҫә икән. Клеопатра утрауында булдыҡ. Яр буйындағы ҡомон күрһәгеҙ икән: ап-аҡ ҡына, бәләкәй генә мәрйендәр кеүек. Ялтырап яталар.

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, зәңгәр төҫтәге диңгеҙ ҡыҫалаһын үҙемдең ҡулдарым менән тоттом. Бигерәк бәләкәйҙәр, минең усым ҙурлығында ғына. Диңгеҙ гөбөргәйелен дә күр­ҙем. Уларҙың арҡаһында панциры булмай икән. Эй, ирмәктәр инде. Мин үҙҙәрен ашаттым да әле.
Ә бына һыу аҫты донъяһы – үҙе бер мөғжизә! Беҙ әсәйем менән дайвингта булдыҡ. Балыҡтарҙың күплеге-е-е, төрлөлөгө-ө-ө… Мин битлек кейеп 1 метр тәрәнлеккә төш­һәм, әсәйем – 10 метрға. Шулай ҡыйыу бит ул! Һыу аҫтын­да балыҡтарҙы ашатыу мөмкинлеге лә тейҙе үҙемә. Диңгеҙ буйынан бик йылы тәьҫораттар менән ҡайттым.
Үҙебеҙҙә лә көндәрҙе бына тигән итеп үткәрҙек. Әй йыл­ғаһы буйлап һалда ағып төшөү генә ни тора! Тәбиғәтебеҙ бигерәк матур шул. Тирә-яҡҡа һоҡланып барҙым. Ҡайһы бер кеше һыуҙан ҡурҡа, ә мин – юҡ. Ишергә өйрәндем әле хатта. Ял итергән туҡтаған урында усаҡ яғып, ашарға бешерҙек. Ҡырҙа бөтә нәмә тәмле була икән шул. Палаткаларҙа йоҡлауы ла рәхәт. Ни тиһәң дә, саф һауа. Ә иң күңеллеһе, беләһегеҙме, нимә булды? Урманда мунса инеү. Нисек, тиһегеҙме? Йылға янында ғына эшләнә ул. Таштарҙы күп итеп өйөп, эсенә ут яғаһың. Һуңынан полиэтилен менән ҡаплайһың. Ул йылына. Һыу инеү кейемендә генә сабынып мунса инәһең дә сығып һыуға һикерәһең. Вәт, шәп, исма­һам! Артабан Һикәяҙтамаҡ шарлауығында булдыҡ, бейеккә, тау башына мендек. Атайым менән әсәйем Баш­ҡортостан йылғалары буйлап йыл да ағып төшә, хәҙер мин дә ҡалмаясаҡмын инде.
Тағы ла дуҫтарыбыҙ менән Асылыкүлдә, Ҡандракүлдә лә булдыҡ. Улар бер-береһенән айырыла. Асылыкүлдең һыуы һалҡын, тоҙло, ағымы шәп бул­һа, Ҡандракүлдеке – йылы, үҙе тыныс ҡына. Бындағы ял усаҡ янында һөйләшеп ултырыуҙар, бадминтон, волейбол уйнау, гитараға ҡушылып йырлауҙар менән хәтеремдә уйылып ҡалды.
Күптәр үҙҙәренең каникулын ауылда өләсәйҙәре янында үткәргәндер. Миңә лә тәтене ундай бәхет. Олатайым менән өләсәйем Өфөлә йәшәһә лә, өйҙәре эргәһенән генә йылға аға, баҡсалары, мунсалары бар. Мин уларға ярҙам итештем, өй йыйыштырҙым. Өләсәйем менән икәүләп емеш-еләк йыйҙыҡ. Ул мине бәйләргә лә өйрәтте. Ҡыйын булманы. Үҙемә башлыҡ бәйләп тә кейҙем. Өләсәйемдеке кеүек матур ҙа килеп сыҡмағандыр, әле өйрәнәм генә бит.
Шулай өс айым үтеп тә китте. Ул минең кескәй генә йөрәгемдә ҙур урын алды.

Розалиә АҘНАЕВА.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге  20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code