«Тәүге ролем Рәми Ғарипов булды»

Артур ғаиләһе менән.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының йәш, һәләтле актёры Артур КӘБИРОВ һеҙгә Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»ендәге – Тимерхан, Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»ендәге – Закир, Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса эшләнгән «Февраль бураны»ндағы – Рәми, Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса ҡуйылған «Хыялға ҡаршы» спектаклендәге Ильяс һәм башҡа ролдәре аша яҡшы таныш. Ғәжәп талантлы егет ул Артур: йырлай ҙа, бейей ҙә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнай, гитара тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тап ошо музыка ҡоралында уйнай белгәндәр ҡатнашлығында үткән «Ҡош юлы» фестивалендә лә көсөн һынап ҡараған, лауреат булған.
Бөгөн Артур Кәбиров – беҙҙең редакциябыҙ ҡунағы. Әйҙәгеҙ, үҙе менән яҡынданыраҡ танышайыҡ, булмаһа.

– Артур, әйт әле, бәләкәй сағыңда һин ниндәйерәк малай була торғайның?
– Шаян, теремек, шуҡ ҡына бала инем. Шул уҡ ваҡытта һәйбәт уҡыным. «Бишле»ләр генә алдым. Бәләкәйҙән йырларға яраттым. Бер апайым баянда уйнап ебәрһә, ҡушылырға әҙер генә булдым. Уҡыр­ға төшмәҫ элек үк өҫтәл аҫтында «Шайморатов генерал»ды йырлап ултырыуым әле лә хәтеремдә. Беҙҙең Арый мәктәбендә (Дыуан районы) бик шәп ҡурай, ҡумыҙ, бейеү ансамбл­дәре эшләй. Шуларҙың барыһына ла йөрөнөм. Етәксебеҙ ҙә кем ине бит әле? Билдәле бейеүсе – Әнүәр Шафиҡов! Ғаиләлә өс малайбыҙ.   Мин – иң кесеһе. Бәләкәйҙән атайыма эйәреп йөрөп, эшкә өйрәнеп үҫтек.
– Ә йыр-моңға һөйөү ҡайҙан килгән, тип уйлайһың?
– Атайым да, әсәйем дә бик матур йырлай. Бәләкәйҙән улар­ға ҡарап өйрәнгәнмендер инде. Былай ҙа тормош юлымда музыкаль яҡтан һәләтле кешеләр осрап ҡына торҙо. Етенселә уҡығанда ике туған ағайым гитарала уйнарға өйрәтте. Ауыл­да һигеҙенсене тамамлағас, Өфөгә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһына уҡыр­ға килдем. Унда бик шәп драма түңәрәге эшләй. Шунда йөрөй башланым. Беренсе ролем Рәми Ғарипов булды. Уның ижадына мөкиббән кеше булараҡ, бөтә булмышым менән, күңелемде биреп уйнаным.
– Шул ваҡытта уҡ һин драма артисы булып китереңде күҙаллай инеңме?
– Мин математик йүнәлешле синыфта уҡыным. Ун берҙән һуң белемемде ошо йүнәлештә дауам итермен, тип уйлай тор­ғайным. Актёр булып китермен, тип башыма ла килмәне. Тик ҡапыл ғына тормошом ҡыр­ҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Гимназияға Мәскәүҙән комиссия килде. Имтихандар тапшырҙыҡ та мине Мәскәүҙәге Михаил Щепкин исемендәге юғары театр училищеһына ҡабул иттеләр. Атай-әсәйем белмәй ҙә ҡалды. Ҡайтҡас, аттестатыңды күрһәт, тип һоранылар, шунда ғына барыһын һөйләп бирҙем. Башта риза түгелдәр ине, хәҙер ҡыуанып бөтә алмайҙар.
Мәскәүгә Өфөнән барлығы 25 кеше юлландыҡ. Ул йылдар хәтерҙә күңелле булып уйылып ҡалған. Кураторыбыҙ Рәсимә  Ураҡсина беҙҙең өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булды. Уға барыбыҙ ҙа ныҡ рәхмәтле. Биш йыл уҡыныҡ. Ҡайтҡас, төрлө театрҙарға  бүлделәр. Миңә яҙмыш ҡушыуы буйынсалыр инде, үҙем ярат­ҡан ошо Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театрында ҡалыу бәхете тей­ҙе.
– Ундағы беренсе ролең?
– Зәйнәб Биишеваның «Серле көршәк» хикәйәте буйынса  ҡуйылған спектаклдә төп ролде – Сәрхәт исемле малайҙы уйнаным. Балалар өсөн ҡуйылған был тамаша әле лә уңышлы бара.
– Артабан һин береһенән-береһе матур ролдәр тыуҙырҙың. Бигерәк тә «Хыялға ҡаршы» спектаклендә төп герой – Ильясты килештереп уйнаның. Унда йыш ҡына күҙ йәштәренә лә ирек бирәһең. Бына шул ваҡытта кәрәк тип кенә илайһыңмы, әллә?..
– Кемделер нимәгәлер ышандырыу өсөн генә күҙ йәше түкмәйһең бит ул. Ролгә инеп, геройыңдың яҙмышын йөрәгең аша үткәрәһең икән, ысынлап иламайынса түҙеп булмай.
– Артур, быйыл шаулап-гөрләп һинең айырым концертың да үтте бит…

«Хыялға ҡаршы» спектакленән күренеш.
Артур Кәбиров – алғы планда.

– Беренсеһе уҙған йыл ноябрь айында булғайны. Тауышың матур, тип Хөрмәтулла ағай Үтәшев тәҡдим иткәйне, мин ризалаштым. Музыканттар йыйҙыҡ. Скрипка, гитара, кахон тигән һуҡма инструмент та булды. Матур ғына программа әҙерләнек. Сценарийҙы Зөһрә Бураҡаева яҙҙы. Шулай бергәләп йырып сыҡтыҡ. Халыҡҡа оҡшаны инде. Актёрҙар йортоноң залы тулы булды. Быйыл 28 февралдә ошо концертты үҙебеҙҙең театрҙа ҡабатлап күр­һәттек. Киләсәктә берәй рок-концерт әҙерләргә тип уйлап йөрөйөм. Йырҙарға килгәндә, һүҙҙәрен дә, көйөн дә үҙем яҙғандары бар. Башҡа авторҙарҙыҡын да башҡарам.
– Ғаиләң тураһында ла һөйләп китмәҫһеңме?
– Ҡатыным Лилиә менән гимназияла  танышҡайныҡ. Ул бер синыфҡа түбән уҡыны.  Миәкә районының Исламғол ауылы ҡыҙы. Матур ғына дуҫлашып йөрөнөк. Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡанымды көтөп алды. Бына тигән балалар үҫтерәбеҙ. Улыбыҙ Тимерхан бик тырыш. 20-се башҡорт гимназияһында I синыфты тамамлай. Һәйбәт уҡый. Йырлай. Тауышы матур ғына. «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ике йыл рәттән ҡатнашып, еңеү  яуланы. Шиғыр уҡырға әүәҫ. Рәми Ғарипов шиғырҙарын һөйләү буйынса үткән конкурс­тарҙа ҡатнашҡаны бар. Ҡыҙыбыҙ Камиләгә – 4 йәш. Ул да беҙҙе ҡыуандырып, бик теремек, сая бала булып үҫеп килә. Ағаһы менән бергә йырларға ярата. Бейей ҙә. Буш ваҡытта бергәләп ял итергә тырышабыҙ. Ике яҡтағы олатай-өләсәйҙәрен дә һағынып, ҡунаҡҡа ҡайтабыҙ. Диңгеҙ буйын күреү ҙә насип булды.
– Балаларыңдың артист булыуын теләйһеңме?
– Юҡтыр, моғайын. Шулай ҙа был һөнәрҙе һайлайҙар икән, ҡаршы тормаясаҡмын.
– Артист булырға хыялланған егет, ҡыҙҙарға теләктәрең?
– Артист булып эшләү өсөн, тәү сиратта, был һөнәргә ғашиҡ булырға, күп уҡырға, үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Бары тик ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ ярҙамында ғына нимәгәлер ирешергә мөмкин. Күберәк эшләгән, уйланған һайын һинең ролең дә яҡшыраҡ килеп сыға. Артист һөнәре һүлпәнлекте яратмай. Йәштәргә, тик ятмаһындар, эҙләнһендәр, тырышып уҡыһындар, тигән теләктәмен.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әңгәмәләште.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code